БАКТЕРИАЛЬ АШЛАМАЛАР
БАКТЕРИАЛЬ АШЛАМАЛАР, а.х. культуралары өсөн файҙалы тупраҡ микроорганизмдары булған препараттар. Б.а. м‑н эшкәртелгән орлоҡтарҙы сәскән саҡта үҫемлектәрҙең тамыр зонаһында тупраҡтағы биохимик процестарҙы көсәйтеүсе микроорганизмдар сығанағы барлыҡҡа килә, был а.х. культураларының уңдырышлылығын һәм уңыш сифатын күтәреүгә булышлыҡ итә.
Башҡортостанда азотобактерин, нитрагин (ризоторфин), фосфоробактерин һ.б. ҡулланыла. Ҡуҙаҡлы үҫемлектәрҙең азот м‑н тәьмин ителеүенә (ҡара: Азотфиксация) булышлыҡ итеүсе ризоторфин айырыуса таралған. Ризоторфин ҡулланыу иҫәбенә азот тупланыуының артыуы борсаҡ сәсеүлектәрендә — 20—30 кг/га, соя — 30—55, клевер — 50—70, люцернаныҡында 110—145 кг/га тәшкил итә. Клевер бесәненең уңдырышлылығы — уртаса 18%‑ҡа, люцернаныҡы — 16, ҡуҙаҡлы‑ҡыяҡлы үлән ҡатнашмаларыныҡы — 25, борсаҡтыҡы 12—15%‑ҡа арта. Ҡуҙаҡлыларҙа аҡһым миҡдары — 2,0—2,3%‑ҡа, В төркөмө витаминдары 2,3—3,5 мг/кг арта. Фосфор, калий һәм молибден аҙ булған тупраҡта үҫемлектәр һәм бүлбе бактерияларының симбиозы боҙолоу арҡаһында, препараттың тәьҫире кәмей. 1995—98 йй. ризоторфин 13,3 мең га майҙанда индерелгән, ш. иҫ. борсаҡ сәсеүлектәрендә — 2,7 мең га, көнсығыш козлятнигы — 8,2 га, люцерна — 2,1 мең га, йылҡы борсағы — 300 га. Б.а. ҡулланыуҙың һөҙөмтәлелеге б‑са тикшеренеүҙәр 80‑се йй. башынан БНИИСХ‑ла һәм БДАУ‑ҙа (Р.Н.Йәнбухтина, Н.М.Нурмөхәмәтов, М.Ҡ.Харисов) алып барыла. 1996 й. Ауыл хужалығы институтында ризоторфин етештереү үҙләштерелә.
Әҙәб.: Нурмухаметов Н.М. Рекомендации по применению ризоторфина. Уфа, 1997; Харисов М.К., Мукатанов А.Х. Повышение продуктивности и плодородия почв естественных кормовых угодий Зауралья Башкортостана. Уфа, 1998.
Н.М.Нурмөхәмәтов
Тәрж. М.Н.Моратшина