Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АРТМАҠЛЫ-МЕНГЕ ТРАНСПОРТ

Просмотров: 1822

АРТМАҠЛЫ-МЕНГЕ ТРАНСПОРТ, башҡорттарҙа традицион йөрөү саралары. Башлыса ат (ҡара: Башҡорт аты), һирәгерәк дөйә файҙаланылған; һыбай йөрөү өсөн — айғыр, алаша йәки юрға, һирәкләп бейә. А.-м.т. үҫеше төп урынды малсылыҡ алып торған күсмә хужалыҡ (ҡара: Күсмә тормош) талаптарына бәйле була. Ирҙәр ҙә, ҡатын-ҡыҙҙар ҙа һыбай йөрөгән; балаларҙы һыбай йөрөргә 4—5 йәштән өйрәткәндәр. Бала саҡтан ат менеп йөрөү сослоҡ, сыҙамлылыҡ, оҙаҡ ваҡыт эйәрҙә йөрөү һәләтен тәрбиәләгән.

Башҡорттарҙа үҙенсәлекле ат егеү кәрәк-ярағы барлыҡҡа килгән: төрлө эйәр, йүгән, нуҡта, айыл, өҙәңгеләр һ.б. Кейеҙ, күн, йөн ҡулланып эшләнгән тирлек һәм сергеләр үҙенсәлекле булған; йыш ҡына уларҙы аппликация, сигеү һ.б. м‑н затлы итеп биҙәгәндәр. Башҡортостандың дала һәм урман-дала райондарында ҡыуып, ш. уҡ һунар ҡошо м‑н бүре һәм төлкөгә һунар итеү, Башҡортостандың тау-урман райондарында (нигеҙҙә, Инйәр й. басс.) һыбай һалдау м‑н балыҡ тотоу киң таралған була. Башҡ. яугирҙары һыбай йөрөү оҫталығы м‑н дан яулай (ҡара: Башҡорттарҙың хәрби хеҙмәте). Традицион байрамдар (ҡара: Йыйын, Майҙан, Һабантуй) ваҡытында ат ярыштары (бәйге, эйәрҙә күнекмәләр күрһәтеү һ.б.) үткәрелгән, уларҙа һыбайлылар сабып барышлай уҡ атыу, ҡылыс уйнатыу һ.б. оҫталыҡтарын күрһәткән. Ат спорты үҫеше, төрлө милли ат спорты уйындарын үткәреү һыбай йөрөү традицияларын һаҡлауға булышлыҡ итә. Күп башҡ. легендалары, риүәйәттәре, халыҡ йырҙары һәм әкиәттәрендә һыбай йөрөй белеү һәм йылҡыға һаҡсыл мөнәсәбәт маҡтала (ҡара: Ат культы).

Йөк ташығанда йөктө йөк эйәрҙәренә һалып, артҡы, һирәкләп алғы ҡашағаның ҡанъяғалары м‑н бәйләп, йәки ҙур итеп эшләнгән артмаҡ эйәрҙәренә һалып йөрөткәндәр. Аҙыҡ‑түлек һәм йорт әйберҙәрен ташыу өсөн эйәр аша артмаҡлы күн (артмаҡ, сәрмә), тире (сәрмә, кәшен), киндер (киндер тоҡ) һәм йөн (ҡуржин) муҡсалар ҡулланылған, улар киң ҡайыш йәки бау м‑н беркетелгән. Шулай уҡ ҡабыҡтан, туҙҙан яһалған мәрке файҙаланғандар. Һөт ризыҡтарын (ҡатыҡ, ҡаймаҡ, май, һөт) һәм балды күнәсектәрҙә, батмандарҙа, тырыздарҙа ташығандар; ҡымыҙ һәм айранды — ат, ш. уҡ һарыҡ йәки кәзәнең бөтөн тиреһенән тегелгән муртайҙарҙа, турһыҡтарҙа. А.‑м.т. башлыса күсмә халыҡтарҙа таралған. 20 б. башҡорттар А.‑м.т. хужалыҡта, айырыуса Башҡортостандың тау, тау-урман райондарында, киң файҙаланыуҙы дауам иткән.

Әҙәб.: Муллагулов М.Г. Вьючно-верховой транспорт у юго-восточных башкир (конец XIX — начало XX вв.) //Хозяйство и культура башкир в XIX — начале XX вв. М., 1979.

М.Ғ.Муллағолов

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019