Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

“БАШҠОРТОСТАН АВИАЛИНИЯЛАРЫ”

Просмотров: 1484

“БАШҠОРТОСТАН АВИАЛИНИЯЛАРЫ”, авиакомпания (“БАЛ”), ААЙ. Һауа транспорты менән пассажирҙар һәм йөк ташый, шулай уҡ халыҡҡа авиамедицина хеҙмәте күрһәтә, авария-ҡотҡарыу, янғынға ҡаршы көрәш эштәрен башҡара. Өфө ҡ. урынлашҡан. Самолёттарҙы хеҙмәтләндереү өсөн ангар комплексы бар. Ту‑154М, Ту‑134 пассажир самолёттарын, Ми‑8 вертолёттарын файҙалана. РФ буйынса, яҡын һәм алыҫ сит илдәргә рейстар яһай. 2006 й. 1000‑дән ашыу кеше эшләгән.

 Авиакомпания тарихы 1933 й. Өфө ҡ. а.х. авиацияһы ойошторолғандан һуң башлана. 1934 й. алып Урал (1946 й. башлап Волга) граждан һауа флоты идаралығының 209‑сы Башҡортостан авиаотряды, 1952 й. — махсус ҡулланылыштағы 172‑се Башҡортостан авиаотряды, 1962 й. — Волга буйы граждан авиацияһы идаралығының Өфө берләшкән авиаотряды. 1991 й. башлап “БАЛ” дәүләт предприятиеһы, 1999 й. уның нигеҙендә “Б.а.” ДУП‑ы («Өфө халыҡ-ара аэропорты» ДУП‑ы менән бер рәттән) ойошторола, 2003 й. алып бөгөнгө исемдә, 2004 й. — ФДУП, 2007 й. ябыла. “Б.а.” менән Ф.Ш.Үтәшев эшмәкәрлеге бәйле.

Г.А.Кондратьев, Н.Ғ.Ризуанов, В.Е.Текферд

Тәрж. Ә.Ф.Ҡарағужина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.04.2023