Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҒИЛӘЖЕТДИНОВ Тажетдин Баһауетдин улы

Просмотров: 2978

ҒИЛӘЖЕТДИНОВ Тажетдин Баһауетдин улы [2.5.1924, БАССР‑ҙың Бөрө кантоны Оло Баҙраҡ а. (БР‑ҙың Борай районы) — 14.8.2012, Өфө ҡ., тыуған яғында ерләнгән], артиллерист, майор (2000). Советтар Союзы Геройы (1945). РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1968). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Гурьев хәрби пехота училищеһын (1942), БДУ‑ны (1960) тамамлаған. 1942 й. октябренән Көньяҡ, 4‑се Украина һәм 1‑се Балтик буйы фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 51‑се армия 216‑сы уҡсылар дивизияһы 665‑се уҡсылар полкының взвод командиры лейтенант Ғ. 1944 й. 7—9 апрелендә Ҡырым АССР‑ы Тархан а. һәм 9 майҙа Севастополь ҡ. өсөн алыштарҙа күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Запасҡа сыҡҡандан һуң (1945) 1950 й. тиклем һәм 1954 й. алып Оло Баҙраҡ урта мәктәбендә уҡыу‑уҡытыу бүлеге мөдире, 1960—84 йй. директор булып эшләй. 1950 й. башлап Борай район халыҡ мәғарифы бүлеге мөдире, 1952—54 йй. КПСС‑тың Борай райкомының 2‑се секретары. Ленин (1945), 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Ҡыҙыл Йондоҙ (1944) ордендары менән бүләкләнгән. Ғ. исеме Борай районы Борай а. урамға, Оло Баҙраҡ а. урта мәктәпкә бирелгән, шулай уҡ Оло Баҙраҡ а. уға бюст, ул уҡыған мәктәп бинаһына һәм йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

Әҙәб.: Мухаметзянов Ф. Батыр всегда батыр //Славные сыны Башкирии. Кн.1. Уфа, 1965.

И.Ғ.Кәримова

Тәрж. Д.К.Үзбәков

И.Ғ.Кәримова
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 16.09.2022