ЖЕХАНОВ Андрей Ильич
1144
ЖЕХАНОВ Андрей Ильич (1884, Түб. Новгород ҡ. — 5.5.1924), совет партия‑дәүләт эшмәкәре. 1905 й. алып РСДРП ағзаһы. Беренсе донъя һәм Граждандар һуғыштарында ҡатнашыусы. 1906—08 йй. һәм 1914—17 йй. рус армияһында; 1918—19 йй. Ҡыҙыл Армияла. 1908—14 йй. революцион эшмәкәрлеге өсөн Орёл губ. һөргөндә була. 1917 й. Петроградта РСДРП(б)‑ның полк ком‑ты рәйесе. 1918—19 йй. Көнсығыш фронтта хеҙмәт итә. 1920 й. — 1922 й. башында Түб. Новгородта партия эшендә. 1922 й. апр.—сент. РКП(б)‑ның Башҡ‑н өлкә ком‑ты секретары. 1922 й. нояб. алып РКП(б) Царицын губерна ком‑тының бүлек мөдире, 1923 й. — секретары.
Ғ.Д.Ирғәлин
Тәрж. Д.К.Үзбәков
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Энциклопедиялар: