Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҒИЛМАНОВ Әмир Зариф улы

Просмотров: 1372

ҒИЛМАНОВ Әмир Зариф улы (24.10.1939, БАССР‑ҙың Бишбүләк районы Айыт а. — 21.7.2014, Ҡазан ҡ.), социолог. Философия фәндәре кандидаты (1977), социология фәндәре докторы (1993), профессор (1998). ТР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1999). Иркутск хәрби авиация‑техник училищеһын (1960), Урал педагогия институтын (1967) тамамлаған. 1960 й. алып стратегик тәғәйенләнештәге ракета ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә, 1976 й. — Ростов һәм Рига юғары хәрби стратегик тәғәйенләнештәге ракета ғәскәрҙәре училищеларында уҡытыусы, 1978 й. — Ҡазан юғары хәрби ракета ғәскәрҙәре команда‑инженерлыҡ училищеһында ижтимағи фәндәр кафедраһы начальнигы. 1993 й. алып ТР ФА‑ның Перспективалы иҡтисади тикшеренеүҙәр үҙәгендә  эшләй (Ҡазан ҡ.): бүлек мөдире, 1995 й. — фән буйынса директор урынбаҫары, 2006 й. башлап баш ғилми хеҙмәткәр. Фәнни тикшеренеүҙәре хәрби интеллигенцияның социология теорияһын эшләүгә, хәҙерге заман йәмғиәтендә идара итеү, стратификация проблемаларына һ.б. арналған. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләнгән (1982).

 Х е ҙ м.: Местное самоуправление в Республике Татарстан: теоретические и прикладные основы. Казань, 2002; Становление местного самоуправления монопромышленного города: реальность и перспективы. Нижнекамск, 2008 (авторҙ.); Факторы перспективного развития вузов в контексте современного российского общества (на материалах Республики Татарстан). Казань, 2009 (авторҙ.).

 

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 10.04.2023
Связанные темы рубрикатора: