Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЕГЕҮЛЕ ТРАНСПОРТ

Просмотров: 3017

ЕГЕҮЛЕ ТРАНСПОРТ, башҡорттарҙың ғәҙәттәге йөрөү саралары. Башлыса ат, һирәгерәк үгеҙ, дөйә еккәндәр. Һөйрәтке, саналы һәм тәгәрмәсле төрҙәре булған. Һөйрәтке, сана, арба айырыуса киң таралыу таба; улар имән, саған, йыла, ҡарама, ҡайын, уҫаҡ, йүкә, муйыл һ.б. ағастарҙан яһалған. Әҙерләмәне балта, ҡул бысҡыһы, ҡасау һ.б. м‑н эшкәрткәндәр; яһау өсөн иң ябайы һөйрәтке була. Арба, саналарға һыр, биҙәк төшөргәндәр. Транса, ҡайыр һ.б. ағас материалдарын тауҙан төшөрөү өсөн бәләкәй һайғауҙарҙан эшләнгән һөйрәтмә ҡулланылған; башлыса Башҡортостандың тау һәм таулы-урманлы төбәктәрендә таралған була. Айырыуса 4 метрлы ике һайғау м‑н ҙур имәндән яһалған һаласа киң ҡулланылған (тәртә остары эйәргә йәки дуғаға бәйләп ҡуйылған). Инйәр й. басс. икеле һөйрәткеләр таралған: ҙур һаласаға бәләкәйерәкте (бала һөйрәтке) таҡҡандар. Бөтә урында бесән әҙерләгәндә йәки бүрәнә сығарғанда бау һөйрәткеләр ҡулланылған (йыш ҡына арҡан остарына бәләкәй арҡыры ағас бәйләгәндәр); бесән ташығанда, нигеҙҙә, ҡайындан яһалған сыбыҡ һөйрәтке файҙаланғандар. Урман шырлығынан бүрәнәне сана һөйрәтке м‑н сығарғандар, ул осо бөгөлгән һәм йыуан арҡыры ағас м‑н тоташтырылған ике тәртәнән торған; ҡайһы ваҡыт тәртәгә ал тәгәрмәс ҡуйғандар. Ҡышын кеше ташыу өсөн, ш. иҫ. һунар ваҡытында, шыуман ҡулланылған: тәртәгә беркетелгән сана табанына ҡабыҡ ҡумта урынлаштырылған. Саналы Е.т. төп төрө булып сана иҫәпләнгән (йөк, екке, ш. иҫ. һунар, санаһы булған). 2 сана табанынан, 2 үрәсәнән, 3—5 пар тояҡтан һәм ҡараманан торған; төҙөлөшө б‑са тәпәш тояҡлы (йөк, екке) һәм бейек тояҡлы (екке, һунар) төрҙәргә бүленгән. Табандар, үрәсәләр, тояҡтар йәй, көҙ әҙерләнгән. Табан яһағанда әҙерләмәне башта ер өйгә йәки мунсаға ҡуйылған ҡаҙанда ебеткәндәр, артабан махсус станда бөккәндәр, ҡайһы ваҡыт ебетә торған әҙерләмәне тиреҫ аҫтына һалғандар. Ҡараманы муйыл, ҡарама йәки талдан эшләгәндәр, йыйырҙан алда уларҙың бөгөү урындарын эҫе һыуҙа йәки утта тотоп йомшартҡандар. Эш санаһы утын, бесән, һайғау ташыуҙа ҡулланылған. Бүрәнә ташығанда ҡайһы осраҡта уларға бәләкәй сана беркеткәндәр, бесән ташығанда арҡырыһына кәм тигәндә 1,5 м оҙонлоҡтағы 5 һайғау һалып киңәйткәндәр. Терәкле сана айырыуса киң таралған була, уны яһағанда табандарына ҡарата буй итеп һайғау түшәгәндәр, өҫтөнә ҡабыҡ, транса йәйгәндәр. Кеше ултыртыу, утын, бесән, мәғдән һ.б. ташыу өсөн ҡулланғандар. Мәғдән санаһының табаны ҙурыраҡ итеп, ныҡлы бейек тояҡ ҡуйып, оҙонораҡ һәм киңерәк эшләнгән; екке сана ҡыҫҡараҡ яһалған, кашауай һәм ярым кашауай саналарҙың артлы ултырғысы булған; һунар санаһы бейек тояҡлы һәм өҫтәмә үрәсәләр ярҙамында эшләнгән ҡумталы булып, ул ҡумтаның бер мөйөшөнә мылтыҡ ҡуя торған саталы таяу беркетелгән, ш. уҡ ҡыҫҡа булған. Нигеҙҙә, Башҡортостандың урманлы төбәктәрендә һуйыр, ҡор һунарына барғанда файҙаланылған. Тәгәрмәсле транспорт екке һәм йөк ташыу өсөн булған. Йөрөү өлөшөн 1 йәки 2 пар ағас тәгәрмәс (алғылары һәм артҡылары йыш ҡына ҙурлығы б‑са айырылған) тәшкил иткән, уларҙың туғыны муйыл йәки ҡайын сыбыҡ, тимер ҡоршау м‑н уратылған. Тәгәрмәстең арасаһы — имәндән, күсәре һәм урҙаһы ҡайындан эшләнгән. Ғәҙәттә, башҡорттар йәйләүгә сыҡҡанда 2 тәгәрмәсле көплө көймә арба м‑н йөрөгән, уның өҫтө аҡ (аҡ көймә) йәки күк (күк көймә) кейеҙ, ҡайһы ваҡыт бының өсөн махсус иләнгән ат тиреһе м‑н көпләнгән (тәртәләре күсәрҙе үтеп сығып торған). 4 тәгәрмәсле арбалар (йәшник арба) киң таралған, уның һөлдәһе 2 йәки бер нисә урҙанан торған. 2,5 м тиклем оҙонлоҡтағы ҡыҫҡа арбалар (күкрәк арба, ҡыҫҡа күкрәк, йәштек арба) киң таралған, уларҙы тәрән (Башҡортостандың таулы урындарында) һәм һай (яланлы төбәктәрҙә) итеп таҡта, ҡабыҡ, сыбыҡтан үрелгән ҡумталы итеп эшләгәндәр. Бүрәнә, һайғау ташыу өсөн 3—6 м еткән оҙон арбалар файҙаланылған; урман кәсептәре һәм тау сәнәғәте үҫешкән төбәктәрҙә киң таралған. Бөтә ерҙә лә бесәнде, көлтәне тәрән һайғау йәки үрелгән ҡумталы оҙон риҙуан арбаларҙа ташығандар. Йәйге екке арбалар күп төрлө: ике тәгәрмәсле арбалар, кырандастар, еңел арбалар һ.б. киң таралыу тапҡан. Екке саналар һәм арбаларҙы, аттарҙы һәм егеү кәрәк-ярағын төрлө байрамдар ваҡытында матур яулыҡтар, таҫмалар, һөлгөләр һ.б. м‑н биҙәгәндәр. Ғәҙәттә, туйҙа ҡунаҡ һанын дуға (1 дуға — ирле-ҡатынлы 1 пар; 12‑гә тиклем) һанына ҡарап иҫәпләү ҡабул ителгән. Төрлө төҙөлөшлө һөйрәткеләр, саналар һәм арбалар мордва, татар, удмурт, урыҫ, сыуаштарҙа һәм Башҡортостандың башҡа халыҡтарында таралған була. 20 б. башҡорттар сана һәм арбаларҙың, тау-урманлы төбәктәрҙә һөйрәткеләрҙең дә төрлө төрҙәрен эшләү традицияларын һаҡлаған, уларҙы хужалыҡта киң файҙаланыуҙы дауам иткән.

Әҙәб.: Муллагулов М.Г. Упряжной транспорт у восточных башкир в конце XIX — начале XX в. //Культура и быт башкир. Уфа, 1978.

М.Ғ.Муллағолов

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019