ЭНӘЛЕ КӨРТМӘЛЕ
ЭНӘЛЕ КӨРТМӘЛЕ, һ а ҙ е м е ш е, ш ы ҡ ш а (Empetrum), энәле көртмәле һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлектәр заты. 15‑тән ашыу төрө билдәле, Төньяҡ ярымшарҙың субарктик бүлкәтенән алып тропик бүлкәтенә тиклем, Көньяҡ ярымшарҙың уртаса һәм субантарктик бүлкәттәрендә таралған. Башҡортостанда ике енесле Э.к. үҫә. Ергә йәйелгән һәм төрткө‑төрткө биҙсәләр м‑н ҡапланған ботаҡлы мәңге йәшел бәләкәй ҡыуаҡлыҡ, оҙонлоғо 40 см тиклем. Япрағы ябай, тар эллипсҡа оҡшаш, ҡыҫҡа һаплы, суҡлы, ҡуйы урынлашҡан. Сәскәһе ал төҫтә, дөрөҫ төҙөлөшлө, ике енесле, япраҡ ҡуйынында була, төбөндә 4 тәңкә кеүек черепица тәртибендә урынлашҡан сәскә яны япраҡтары м‑н кейенгән, тажы 3 япраҡтан тора. Июнь—авг. сәскә ата. Емеше — ҡара еләк рәүешле төш, июль— сент. өлгөрә. Башҡортостан (Көньяҡ) Уралының ярым яланғас бүлкәтендәге тау тундраһында һәм һирәк урмандарҙа үҫә (Ямантау, Оло Ирәмәл һ.б. тауҙар), Белорет (Журавлиный, Тығын һ.б.), Дыуан (Ҡаракүл а. эргәһендәге Ҡарашар), Салауат (Арҡауыл) һәм Учалы (Ағиҙел һәм Төлөк йй. үрге ағымдарында) р‑ндарындағы торфлы һаҙлыҡтарҙа осрай. Емеше һыуһыл, бер аҙ татлы, ашарға яраҡлы. Составында витаминдар, флавоноидтар бар, халыҡ медицинаһында ҡулланыла.
А.Ә.Мулдашев
Тәрж. Г.А.Миһранова