Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ИСЛАМҒА ТИКЛЕМГЕ ДИНИ ИНАНЫУҘАР

Просмотров: 3770

ИСЛАМҒА ТИКЛЕМГЕ ДИНИ ИНАНЫУҘАР, башҡорттарҙа: ислам үтеп ингәнгә тиклем таралған дини ҡараштар йыйылмаһы. Башҡорттарға әйберҙәрҙе һәм тәбиғәт күренештәрен йәнләндереү, уларға ҡөҙрәтле көс һәм кеше сифаттары биреү хас була. Ибн Фаҙлан яҙмалары б‑са, башҡорттар 12 “хужаға” — йәнле һәм йәнһеҙ тәбиғәттең эйәләренә табынған, улар араһында “күктәге Тәңре иң ҙуры” булған. Башҡорттар төрлө рухтарға ышанған (ҡара: Анимизм). Эйәләр иң изгелекле рухтар тип иҫәпләнгән, уларҙың ыңғай мөнәсәбәтен яулар өсөн бүләктәр килтереп, махсус йолалар башҡарылған (ҡара: Ҡорбан килтереү); яуыз рухтарҙы (албаҫты, бисура, бәрей, дейеү, ен, шүрәле) әүрәтмәгәндәр, киреһенсә, уларҙан ҡасырға йәки ырым ҡулланып (ҡара: Магия) ҡыуырға тырышҡандар. Риүәйәттәрҙән күренеүенсә, ҡайһы бер рухтар (бисура һәм албаҫты) м‑н бәйләнешкә инеү кешене ауырыуға, хатта үлемгә дусар итә алған, икенселәре (шүрәле һәм бәрей) яңы ырыу барлыҡҡа килтерергә һәләтле булған (“Шүрәле нәҫеле”, “Шайтан ырыуы” һ.б. риүәйәттәр). И.т.д.и. ҙур ҡатламды тотемистик инаныуҙар (ҡара: Тотемизм) тәшкил иткән, тотемдарға табыныу м‑н бәйле йолалар системаһының (бүре культы, ат культы, ҡоштар культы һ.б.) үҫешкән булыуы шуны раҫлай. Космогония ҡараштары башҡорттарҙың “Урал батыр” эпосында, “Етегән йондоҙ”, “Ҡыҙ менән ай” легендаларында һ.б. ауыҙ‑тел ижады ҡомартҡыларында сағылыш тапҡан. Торлаҡты Ҡояшҡа ҡарата урынлаштырыу тәртибе, ямғырҙы туҡтатыу һәм Ҡояшты сығарыуға йүнәлтелгән “Ҡояш теләү” йолаһы, Айға мөрәжәғәт итеп дауалау ысулы һәм башҡалар Ҡояш һәм Ай культы булыуын дәлилләй. Күк күкрәү һәм йәшен, башҡорттар фекеренсә, юғары илаһ ихтыяры б‑са барлыҡҡа килгән; ел, дауыл, ҡойондо улар йыланға оҡшаш ҡурҡыныс зат (ҡара: Аждаһа, Юха) тип ҡабул иткән. Иртә яҙҙа ергә ҡаҙыҡ ҡағыуҙы тыйыу Ергә табыныу м‑н бәйле булған (йылдың ошо миҙгелендә ерҙе ауырлы ҡатынға тиң күргәндәр). “Ер аяғы”, “Ер башы” кеүек һаҡланып ҡалған боронғо әйтемдәр башҡорттарҙың ерҙе тере йән итеп ҡабул итеүен раҫлай. Ураҡ ваҡытында ергә ҡорбан килтереү йолалары башҡарылған (мәҫ., “Ер кәтмәне” — ҡорбан итеп салынған малдың ҡанын бөркөү йәки бер ус ашлыҡты ергә күмеү). Тау баштарында ғибәҙәт ҡылыу һәм халыҡ байрамдары ойоштороу ҙа ергә табыныу м‑н бәйле. И.И.Лепёхин, Торатауҙы (Ишембай р‑ны) тасуирлағанда, әйткән нәҙерҙәрен үтәмәгән бер башҡорттоң да тау башына менмәүен телгә ала. “Һабан һыуы”, “Ямғыр теләге” кеүек яҙғы‑йәйге йолаларҙы башҡарғанда ҡойоноу, һыу ятҡылыҡтарын бысратыуҙы тыйыу һыуҙы тормош һәм уңдырышлылыҡ сығанағы тип иҫәпләү м‑н бәйле. Шишмә һыуы, өшкөрөлгән һыу, ш. уҡ көмөш тәңкә йәки миләш ботағы төшөрөлгән һыу халыҡ табиптары тарафынан ҡулланылған. Әүлиә ҡәберҙәре янынан аҡҡан шишмәләрҙән, туңмай торған минераль сығанаҡтарҙан, мәмерйәләрҙән ағып сыҡҡан йылғаларҙан алынған һыу шифалы һаналған. “Аҡбуҙат”, “Заятүләк менән Һыуһылыу” эпостарына, “Йылҡысыҡҡан күл” риүәйәтенә һ.б. ярашлы, һыу стихияһынан (Асылыкүл, Аҡзыярат, Шүлгән күлдәре) иң яҡшы башҡ. сабыш аттары сыҡҡан. Һыуҙы изгеләштереү, тере һәм үле һыу т‑дағы легенда булып, башҡорттарҙың ауыҙ-тел ижадында сағылыш тапҡан. Ер м‑н һыу берлеген бөтә төрки халыҡтар ҙа ололаған “Ер‑Һыу” илаһы кәүҙәләндерә. Боронғо заманда ут культы булғанлығын (ҡара: Зороастризм) “Сығыр ут” йолаһы раҫлай, ул киҙеү таралғанда үткәрелгән. Ышҡыуҙан алынған ут м‑н үҙҙәрен һәм малды төтәҫләгәндәр, шул рәүешле ауылдан ауырыуҙы ҡыуғандар. Туйҙа “Ут туйҙырыу” йолаһы башҡарылған: кәләш, кейәү йортона ингәс, утҡа май киҫәген ырғытҡан. Кешегә хөрмәт хисен башҡорттарҙағы “ут күрше” тигән төшөнсә сағылдыра. Башҡорттарҙа И.т.д.и. боронғо ҡатламын үҫемлектәрҙең йәнле булыуын раҫлаған хөрәфәттәр тәшкил итә. Ҡоролоҡ ваҡытында йәки ағастарҙы ҡырҡыу алдынан “ағас рухына” доға м‑н мөрәжәғәт иткәндәр; ғәҙәти булмаған формалы (мәҫ., тамырҙан ҡуш булып үҫкән), яңғыҙ ултырған йәки йәшен атҡан ағастарҙы ҡырҡыу тыйылған. Башҡорттар ҡайын, имән, артыш, миләш, ерек һ.б. ағастарҙың ырым‑һаҡлау үҙенсәлеге бар тип һанаған, улар м‑н ауырыуҙарҙы ыҫлағандар, ҡоро ботаҡтарын күҙ тейеүҙән, сихырҙан, яуыз рухтарҙан һаҡлаусы сара итеп ҡулланғандар. Ғаилә ағзаһы мәрхүм булғандан һуң ишек башына ҡағылған ағас ырғаҡ, өй түшәме аҫтындағы өрлөк, тупһа мәрхүмдең йәне “килеп ҡуна” торған урын тип иҫәпләнгән. Һуңыраҡ осорҙағы инаныуҙарҙа ағастар рухтарҙың ваҡытлыса урыны булараҡ ҡаралған. Ҡәберҙәрҙә ағас (ғәҙәттә, ҡайын) ултыртыу йолаһы шуға бәйле; башҡ. зыяраттары, нигеҙҙә, ҡайынлыҡтарҙа урынлашҡан. Ҡайын, бер яҡтан, изге ағас тип хөрмәт ителгән, шунлыҡтан уны яҙғы-йәйге йола байрамдарында биҙәгәндәр; икенсе яҡтан — ҡайғы билдәһе тип ҡаралған, шуға уны өй тирәһенә ултыртыу тыйылған. Башҡорттарҙың И.т.д.и. һәм йолалары Урал-Волга буйы, Урта Азия, Себер, Кавказ һ.б. төбәк халыҡтарының дини ҡараштары м‑н бәйләнеш булғанлығын күрһәтә. Үҙгәрештәргә дусар ителгән И.т.д.и. әле лә һаҡлана.

Әҙәб.: Башҡорт халыҡ ижады. 1-се т. Йола фольклоры. Өфө, 1995; Башҡорт халыҡ риүәйәттәре һәм легендалары = Башкирские народные предания и легенды = Bashkort folk Legends. Өфө, 2001.

М.Н.Сөләймәнова

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019