Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЙӘНЕКӘЕВ Фәрит Усман улы

Просмотров: 1158

ЙӘНЕКӘЕВ Фәрит Усман улы (22.1.1960, Өзгөн ҡ.), инженер‑физик. Техник ф. д‑ры (2000). Мәскәү физика‑техника ин‑тын тамамлағандан һуң (1984) 1986 й. тиклем СССР ФА БФ‑тың Физика һәм математика бүлегендә, 1988 й. алып Металдарҙың үтә һығылмалылығы проблемалары ин‑тында (1995 й. башлап өлкән ғилми хеҙм‑р), 2004 й. — ӨДНТУ‑ла (2012 й. алып хисаплау техникаһы һәм инженерлыҡ кибернетикаһы каф. мөдире) эшләй. Фәнни эшмәкәрлеге үтә һығылмалылыҡ механикаһына бәйле. Р.А.Васин м‑н берлектә микрокристаллы материалдарҙың термомеханик тотошон тикшерә һәм уларҙың реологик параметрҙарын тәж. ярҙамында билдәләү методикаларын, үтә һығылмалылыҡ хәлендәге металдарҙы баҫым ярҙамында эшкәртеү технологик процестарының матем. моделдәрен эшләй. 100‑гә яҡын фәнни хеҙмәт һәм 4 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Введение в механику сверхпластичности. Ч.1. Уфа, 1998 (авторҙ.); Superplastic Flow: Phenomenology and Mechanics. Вerlin; Heidelberg, 2001 (aвторҙ.).

 

А.Г.Ермаченко

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: