Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ВАСИЛЬЕВ Валериан Михайлович

Просмотров: 1364

ВАСИЛЬЕВ Валериан Михайлович (1.1.1883, Өфө губернаһы Бөрө өйәҙе Сусаҙы а., хәҙер БР‑ҙың Яңауыл районы Сусаҙы‑Ябалаҡ а., — 2.5.1961, Йошкар‑Ола ҡ.), филолог. Филология фәндәре докторы (1957). Бөрө уҡытыусылар (1902) һәм Ҡазан дини (1906) семинарияларын, Ҡазан университетын (1918) тамамлаған. 1907—30 йй. Ҡазан ҡ. вуздарында уҡыта. 1934—56 йй. (өҙөклөктәр менән) Мари АССР‑ы МС‑ы эргәһендәге Мари тел, әҙәбиәт, тарих һәм иҡтисад ҒТИ‑нда эшләй. Фәнни тикшеренеүҙәре мари теленең фонетикаһына, лексикаһына һәм грамматикаһына арналған. В. тарафынан мари тел ғилеменең теоретик нигеҙҙәре эшләнгән. “Мари теле һөйләштәренең сағыштырма һүҙлеген” (1928, мари телендә), революцияға тиклемге мари әҙәбиәте антологияһын (“Мари һүҙе”, 1917; мари телендә) төҙөүсе. Башҡортостан мариҙары фольклорын һәм этнографияһын өйрәнә. Өфө марийы псевдонимы менән балалар өсөн хикәйәләр, шиғырҙар, мәҫәлдәр һ.б. баҫтыра. В. исеме Мари тел, әҙәбиәт һәм тарих ҒТИ‑на һәм Йошкар‑Ола ҡ. урамға (1983) бирелгән, тыуған ауылында В. йорт‑музейы асылған, территорияһында уға бюст ҡуйылған.

   Х е ҙ м.: Материалы для изучения верований и обрядов народа мари. Краснококшайск, 1927; Материалы по грамматике марийского языка. Йошкар‑Ола, 1958.

  Әҙәб.: И в а н о в И.Г. Патриарх марийского языкознания. Йошкар-Ола, 1974; В.М.Васильев: материалы научной конференции, посвящённой 100‑летию со дня рождения учёного. Йошкар-Ола, 1985.

Г.И.Ибулаев

Тәрж. Р.Ә.Сиражетдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 20.01.2023
Связанные темы рубрикатора: