Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҒӘЗИЗОВА Рейда Фәрүәз ҡыҙы

Просмотров: 1093

ҒӘЗИЗОВА Рейда Фәрүәз ҡыҙы (9.1.1933, Өфө ҡ. — 4.12.2020, шунда уҡ), тел белгесе. Филология фәндәре докторы (1993), профессор (1995). РФ‑тың почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2001). К.А.Тимирязев исемендәге Башҡ. педагогия институтын тамамлағандан һуң (1954) 1958 й. тиклем Бөрө педагогия институтында уҡыта. 1963 й. алып БДУ‑ла эшләгән. Фәнни эшмәкәрлеге урыҫ теленең тарихи грамматикаһына, һүҙьяһалыштың һәм лексиканың функциональ-когнитив аспекттарына, урыҫ телен һәм башҡа славян телдәрен сағыштырып өйрәнеүгә арналған. Урыҫ теленең бер нисә функциональ-когнитив һүҙлеге авторы.

 Х е ҙ м.: Сложные слова и исходные словосочетания с глагольным компонентом в русском и сербохорватском языках. Саратов, 1989; Функциональное словообразование русского языка. Уфа, 1998 (авторҙ.); Функционально-когнитивный идеографический словарь русского языка (языковая картина мира): в 2 ч. Уфа, 2007 (авторҙ.).

Т.Ә.Килдебәкова 

Тәрж. Р.Ә.Сиражетдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 25.04.2023
Связанные темы рубрикатора: