Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҒӘНИЕВ Фуат Әшрәф улы

Просмотров: 1352

ҒӘНИЕВ Фуат Әшрәф улы [1.8.1930, БАССР‑ҙың Мәсәғүт кантоны Нәсибаш а. (БР-ҙың Салауат районы) — 28.2.2016, Ҡазан ҡ.], тел белгесе. ТР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (1992), филология фәндәре докторы (1978), профессор (1985). РФ‑тың (1996) һәм ТАССР-ҙың (1989) атҡаҙанған фән эшмәкәре. Ҡазан университетын тамамлағандан һуң (1954) Нәсибаш урта мәктәбе директоры. 1957 й. алып Ҡазанда эшләй: 1959 й. тиклем Татарстан китап нәшриәте мөхәррире; 1962 й. башлап ТР ФА Тел, әҙәбиәт һәм сәнғәт институтының ғилми хеҙмәткәре, 1988 й. — тел ғилеме, 1991 й. — лексикология һәм лексикография бүлеге мөдире, 2007 й. алып баш ғилми хеҙмәткәре. Фәнни эшмәкәрлеге татар теленең грамматик төҙөлөшөн, лексикологияһын һәм лексикографияһын өйрәнеүгә арналған. ТР‑ҙың фән һәм техника өлкәһендәге Дәүләт премияһы лауреаты (1994).

Хеҙм.: Способы действия глаголов в татарском языке. Казань, 2003; Современный татарский литературный язык: суффиксальное и фонетическое словообразование. Казань, 2005; Избранные статьи. Казань, 2010.

Тәрж. Р.Ә.Сиражетдинов

 

 

 

 

М.В.Зәйнуллин
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 08.08.2022
Связанные темы рубрикатора: