ҒАРИПОВ Рауил Ҡасим улы
ҒАРИПОВ Рауил Ҡасим улы (15.3.1951, Свердловск ҡ.), тел белгесе. Филол. ф. д‑ры (2000), проф. (2000). БР-ҙың атҡ. мәғариф хеҙм-ре (2007), БР‑ҙың мәғариф отличнигы (2005), РФ-тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм-ре (2012). Свердловск пед. ин‑тын тамамлаған (1977). 1979 й. алып Бөрө пед. ин‑тында, 1991 й. — БДПУ‑ла (2000 й. башлап француз теле каф., 2011 й. — роман-герман тел ғилеме һәм сит ил әҙәбиәте каф. мөдире) уҡыта. Фәнни эшмәкәрлеге француз теле материалында текст лингвистикаһына һәм семиотикаға арналған. 100-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.
Хеҙм.: Особенности категоризации именных единиц в пределах сверхфразовых единств. Уфа, 1998; Грамматология текста. Уфа, 2001.
Р.З.Мерәҫов
Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов