ГОРШУНОВ Юрий Владимирович
ГОРШУНОВ Юрий Владимирович (1.8.1952, Удмурт АССР‑ы 21 Октябрь ҡсб), телсе. Филология фәндәре докторы (2000), профессор (2002). РФ‑тың халыҡ мәғарифы отличнигы (1994), РФ‑тың почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2003). Бөрө педагогия институтын тамамлағандан һуң (1974) шунда уҡ эшләй: 2001 й. алып сит телдәр факультеты деканы, бер үк ваҡытта 2002 й. башлап инглиз филологияһы кафедраһы мөдире, 2015 й. — БДУ‑ның Өфө филиалында роман‑герман филологияһы һәм лингводидактикаһы кафедраһы мөдире. Фәнни хеҙмәттәре неология проблемаларына, инглиз теле һүҙьяһалышының (аббревиацияһының) һәм лексикаһының прагматик аспекттарына, илдәрҙе лингвистик өйрәнеүгә, мәҙәниәт‑ара коммуникация проблемаларына арналған.
Х е ҙ м.: Межкультурная коммуникация, этнические стереотипы и ярлыки англоговорящего сообщества. М., 2015 (авторҙ.); Социальные эвфемизмы в рифмованном сленге. Бирск, 2016 (авторҙ.); Австралийский колорит рифмованного сленга. М., 2022 (авторҙ.).
Р.З.Мерәҫов
Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов