ГЕОРГИЕВ Александр Сергеевич
ГЕОРГИЕВ Александр Сергеевич (17.7.1975, Новгород өлкәһе Пятилипы ҡсб), спортсы. Халыҡ-ара шашка уйындары буйынса халыҡ-ара гроссмейстер (1995), Рәсәй гроссмейстеры (1996). БР-ҙың күренекле спортсыһы (1999). Шашка буйынса СДЮШОР тәрбиәләнеүсеһе (Санкт-Петербург ҡ.; тренеры С.С.Маньшин). 1999 й. алып “Башҡортостан” үҙәк шашка клубы өсөн сығыш яһай (тренеры Ю.В.Черток). Классик программа буйынса донъя (2002—04, 2006, 2011, 2013 й. һәм 2015 й. 2 тапҡыр, 2019), Европа (1995, 2006, 2010), Рәсәй (1994—95, 1997, 2000, 2002, 2005—07, 2009—11, 2012, 2019) чемпионы, Бөтә донъя интеллектуаль уйындары еңеүсеһе (2008); тиҙ программа буйынса донъя чемпионы (1999, 2005, 2008); блиц буйынса донъя чемпионы (2014), донъя чемпионаттарының көмөш (2011, 2013) һәм бронза (1999) призёры. Команда зачётында донъя (2000, 2005—06) һәм Европа (2017) чемпионы. Үҫмер спортсылар араһында донъя чемпионы (1992—94). Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы (1992 й. алып).
Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина