ГЕОРГИЕВА Гүзәл Рафиҡ ҡыҙы
1699
ГЕОРГИЕВА Гүзәл Рафиҡ ҡыҙы (14.7.1976, Салауат ҡ.), спортсы. Халыҡ-ара шашка уйындары б-са Рәсәй гроссмейстеры (1999). БР-ҙың күренекле спортсыһы (2003). Шашка б-са ДЮСШ тәрбиәләнеүсеһе (Ишембай ҡ.), 1999 й. алып “Башнефть” шашка клубы өсөн сығыш яһай (тренерҙары А.С.Георгиев, Ю.В.Черток). Төп программа б-са Рәсәй чемп. (2001—02, 2004), Рәсәй чемпионаттарының көмөш (1998) һәм бронза (1997) призёры, тиҙ программа б-са Рәсәй чемпионатының көмөш призёры (2001). Клубтар араһында Европа шашка конфедерацияһы (2002) һәм Рәсәй (2009) кубоктарын яулаусы. Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы (1998 й. алып).
Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Энциклопедиялар: