ГОЛИВАНОВ Владимир Степанович
ГОЛИВАНОВ Владимир Степанович (15.3.1939, Армавир ҡ.— 26.8.2010, Өфө), тренер. Хәҙерге бишбәйге б-са РСФСР‑ҙың атҡ. тренеры (1991), СССР‑ҙың спорт мастеры (1965), бөтә союз категориялы судья (1980). БР‑ҙың атҡ. физик культура хеҙм‑ре (2004). Волгоград физик культура ин‑тын тамамлаған (1967). Армия спорт клубы тәрбиәләнеүсеһе (Баҡы; тренеры Б.Л.Дорин). Шәхси зачётта РСФСР Кубогының бронза призёры (1966). 1965 й. алып Салауат Юлаев ис. спорт клубы инструкторы, 1968 й. – Хәҙ. бишбәйге б-са респ. СДЮСШОР‑ының өлкән тренеры, 1975—82 йй. һәм 1998—2010 йй. директоры. Тәрбиәләнеүселәре араһында И.В.Андреев, И.Р.Баянов, А.Д.Дулатов, С.Т.Солтанова, ш. уҡ 20‑нән ашыу СССР‑ҙың һәм Рәсәйҙең спорт мастеры бар.
Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина