ҒАЯНОВ Зөфәр Ғаян улы
ҒАЯНОВ Зөфәр Ғаян улы (14.5.1941, БАССР‑ҙың Балтас р‑ны Һәйтәк а. — 7.3.2015, Өфө), рәссам. БР‑ҙың халыҡ (2003) һәм атҡ. (1996) рәссамы. Рәссамдар союзы ағзаһы (1975). ӨДСИ‑не тамамлағандан һуң (1981; педагогы Э.М.Сәйетов) 1987 й. тиклем БДХМ директоры. 1997—2013 йй. ӨДСА‑ла уҡыта, бер үк ваҡытта 2001—04 йй. БР Рәссамдар союзы идараһы рәйесе. Ғ. күп яҡлы ижадында графика техникаһы киң ҡулланыу таба (акварель, гуашь, ебәктә рәсем сәнғәте, линогравюра, офорт, пастель; ҡара: Графика), жанр яғынан сикләнмәгән (натюрморт, пейзаж, портрет, тематик эштәр). Офортта рәссам, фигура һәм предметтарҙы реалистик стилистикала һүрәтләп, һыҙыҡтарға өҫтөнлөк бирә, киңлекте күп планлы итеп күрһәтеп композициялар эшләй, романтик йүнәлеш алған ғәҙәти тормош темаларына мөрәжәғәт итә: “Йылы кис”, “Ҡояшлы көн” (икеһе лә — 1984) һ.б. Акварель м‑н төшөрөлгән һүрәттәрендә рәссам классик алымдар ҡуллана, лирик кәйеф тыуҙырған ҡатмарлы, нәзәкәтле төҫтәрҙең тура килеүенә ирешә: “Көҙҙө һиҙемләү” (1983), “Томанлы иртә” (1986) һ.б. 90‑сы йй. пастелдәре киҫкен композиция сиселеше, форма һәм арауыҡты шартлы аңлатыу, ҡаты пластика, актив полихром гамма м‑н айырылып тора: “Хәтер киҫәге”, “Оҫтаханала”, “Наҙ” (бөтәһе лә — 1995), “Бала саҡ шәме менән ваҡыт арауығында сәйәхәт” тематик серияһы (1998—99). Ғ. ижадында көнсығыш философияһының, шиғриәтенең, һынлы сәнғәтенең йоғонтоһо һиҙелә, кеше йәшәйешенең ҡатмарлылығы һәм логикаһы асыла, рухи таҙарыныуға саҡырыу яңғырай (“Минең асыштарым. Дин тураһында уйланыуҙар” пастелдәре һәм акварелдәре серияһы; 1994—97). 80‑се йй. алып биҙәү‑ҡулланма сәнғәте өлкәһендә эшләй, уның тарафынан традицион һуғыш һәм һунар ҡоралдары (һаҙаҡтар, яндар, йәйәләр, уҡтар һ.б.) эшләнгән. “Артыш” ижади берекмәһе ағзаһы (1995). 1972 й. алып күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Шәхси күргәҙмәләре: Өфө (1974, 1996—98, 2001, 2003, 2008, 2016). Эштәре БДХМ, Эске эштәр министрлығы музейы, Ленин В.И. йорт-музейы, “Урал”, “Оҙайлы һаҡлауҙар фонды” ААЙ галереялары (ҡара: Һынлы сәнғәт галереялары), РФ Мәҙәниәт министрлығы (Мәскәү), ТР‑ҙың Дәүләт һынлы сәнғәт музейы, Ғ.Туҡайҙың әҙәби музейы (икеһе лә — Ҡазан) коллекцияларында, Рәсәй һәм сит илдәрҙә шәхси йыйылмаларҙа һаҡлана.
Әҙәб.: Зуфар Гаянов. Путь познания: каталог. Уфа, 2001.
И.Н.Оськина
Тәрж. Ә.Х.Ҡоҙабаева