Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ДУЛАТОВ Алексей Даутович

Просмотров: 1312

ДУЛАТОВ Алексей Даутович (4.9.1950, Белорет ҡ.), тренер. Хәҙерге бишбәйге б‑са РСФСР‑ҙың атҡ. тренеры (1983), СССР‑ҙың спорт мастеры (1974), бөтә Союз (1991) һәм респ. (1976) категориялы судья. БР‑ҙың атҡ. физик культура хеҙм‑ре (2003). П.Ф.Лесгафт ис. Ленинград физик культура ин‑тын тамамлаған (1977). “Динамо” физультура-спорт йәмғиәте тәрбиәләнеүсеһе (тренеры В.С.Голиванов). Шәхси зачётта “Динамо” физкультура-спорт йәмғиәтенең Рәсәй советы чемп. (1973). 1972 й. алып тренер, 1982 й. — “Динамо” физкультура-спорт йәмғиәте Башҡ‑н өлкә советының спорт б-са инструкторы, 1996 й. — БР ЭЭМ Уҡытыу үҙәгенең хәрби һәм физик әҙерлек циклы нач., 2002 й. — хәҙ. бишбәйге б-са респ. СДЮСШОР‑ы тренеры. Тәрбиәләнеүселәре араһында И.В.Андреев, И.Р.Баянов, ш. уҡ 18 СССР һәм Рәсәй спорт мастеры.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: