ГУЛЬЧЕНКО Моисей Николаевич
ГУЛЬЧЕНКО Моисей Николаевич (4.3.1941, Новоукраинка ҡ.), рәссам. БР‑ҙың атҡ. рәссамы (2008). Рәссамдар союзы ағзаһы (1993). А.И.Герцен ис. Ленинград пед. ин‑тын тамамлаған (1965). 1968 й. алып Өфөлә эшләй: 1972—95 йй. Башҡ. ижади‑производство комб‑ты рәссамы. Биҙәү‑ҡулланма сәнғәте һәм монументаль сәнғәт өлкәһендә ижад итә. 70—80‑се йй. ағасты һырлау м‑н шөғөлләнә, 80‑се йй. башынан нәфис керамика сәнғәте өлкәһендә махсуслаша. Г. ижады жанрҙар төрлөлөгө м‑н айырыла: анимализм, натюрморт, портрет, фигуралы композиция, пейзаж һәм архитектура мотивтары. Төп керамика эштәре: панно, вазалар, тәрилкәләр, бәләкәй скульптуралар һәм кесе пластика. Төп материал сифатында шамот, өҫкө ҡатлам өсөн фарфор (ҡара: Нәфис фарфор сәнғәте) ҡуллана. Стилистика йәһәтенән Г. эштәре керамикалағы графика йүнәлешенә тартым, уларҙа төп һүрәтләү саралары — һыҙыҡ, штрихтар, силуэт, таптың тоналлеге, был бигерәк тә рәссамдың декоратив һәм монументаль-декоратив панноларында эҙмә‑эҙлекле сағылыш таба: “Готика” (1993), “Төн” (2004; икеһе лә — шамот, фарфор, глазурь, окиселдар). Башлыса үҙенең күп яҡлы тематик ҡыҙыҡһыныуҙарын сағылдырған эштәр серияһын ижад итә: “Йыһан”, “Ҡорамдар” (икеһе лә — 1993), “Скиф алтыны” (1995), “Охлебинин” (1996) һ.б. Башҡ. халҡының тарихы һәм тормошо “Уҡсы”, “Кәләш” (икеһе лә — 2000; шамот, ангоб) эштәрендә һүрәтләнгән. Респ. йәмәғәт биналары өсөн бер нисә әҫәр ижад итә, ш. иҫ. Өфөлә: “Турист” ҡунаҡханаһындағы декоратив колонналар (1978), “Нефтсе” мәҙәниәт һарайындағы панно (1985; икеһе лә — ағас, һырлау), “Башсбербанк” ААЙ бинаһындағы иҙәнгә ҡуйыла торған вазалар (1993), М.Ф.Таран м‑н берлектә — медальондар, БАДТ бинаһы фасадындағы картуш (1999; бөтәһе лә — керамика) һ.б. 1972 й. алып күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Шәхси күргәҙмәләре: Өфө (1987, 2002, 2006). Эштәре БДХМ, “Урал”, “Мираҫ”, “Academia” (ҡара: Һынлы сәнғәт галереялары), РФ Мәҙәниәт министрлығы (Мәскәү), “Эстер” (Екатеринбург ҡ.) һ.б. галереялар коллекцияларында, Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә шәхси йыйылмаларҙа һаҡлана.
Әҙәб.: Профессиональное декоративно-прикладное искусство Башкортостана: кат. 2‑й респ. выст./ авт.‑сост. С.В.Игнатенко. Уфа, 2002.
С.В.Игнатенко
Тәрж. Т.Х.Ишкинин