Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЖДАНОВА Елена Александровна

Просмотров: 2450

ЖДАНОВА Елена Александровна (23.10.1980, Бийск ҡ.), спортсы. Еңел атлетика б‑са Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1998), Рәсәйҙең атҡ. спорт мастеры (2001). Өфөнөң 20‑се ДЮСШ һәм “Луч” респ. күреү б‑са инвалидтарҙың спорт‑тергеҙеү үҙәге тәрбиәләнеүсеһе (тренерҙары И.С.Романов, Т.В.Щепетильникова). 200 м йүгереүҙә Паралимпия уйындарының бронза призёры (1996, 2000), Инвалидтарҙың бөтә донъя уйындары чемп. (2003), донъя чемпионатының көмөш призёры (2002), донъя (1998) һәм Европа (1997) чемпионаттарының бронза призёры, 100, 200 һәм 400 м йүгереүҙә Рәсәй чемп. (1997—2000, 2003—04), 4х400 м эстафетала донъя (2002) һәм Европа (1995, 2001) чемп., 400 м йүгереүҙә Инвалидтарҙың бөтә донъя уйындарының көмөш призёры (2003). Күреү б‑са инвалид‑спортсылар араһында 200 м йүгереүҙә донъя рекордсыһы (2000). Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы (1995—2005). 2‑се дәрәжә “Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн” орд. м‑н бүләкләнгән (2002).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные темы рубрикатора: