Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ДӘҮЛӘТБИРҘИНА Тәнзилә Сәлих ҡыҙы

Просмотров: 1532

ДӘҮЛӘТБИРҘИНА Тәнзилә Сәлих ҡыҙы [3.8.1964, БАССР‑ҙың Белорет р‑ны Тимер а. (БР‑ҙың Бөрйән р‑ны)], шағирә, драматург. БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (2014). Яҙыусылар союзы (1992), Журналистар союзы (2006) ағзаһы. БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1986) Респ. халыҡ ижады һәм мәҙәни-ағартыу эше ғилми-методик үҙәгендә, 1987—93 йй. “Аманат” ж., 1994 й. алып “Башҡортостан” ДТРК-нда, 2001 й. “Аҙна” нәшриәт йортонда эшләй. 2002 й. алып “Китап” нәшриәтендә: 2003 й. башлап редакция мөдире, 2004 й. — баш мөхәррир урынбаҫары; 2005 й. алып “Башҡортостан уҡытыусыһы” ж. баш мөхәррире, 2007 й. — БР‑ҙың Китап палатаһы дир. урынбаҫары, 2010 й. — БР‑ҙың Урман хужалығы министрлығында. “Тау һуҡмағы” исемле тәүге китабы 1989 й. сыға. “Ҡыҙ хәтере” (1992), “Мин кем?” (1997), “Ҡояшлы йыр” (2003), “Йәй ҡыҙы” (2008) йыйынтыҡтарының төп темаһы — халыҡ яҙмышы, кешенең ерҙәге тәғәйенләнеше, кешеләр араһындағы үҙ-ара мөнәсәбәт. В.С.Высоцкий, А.С.Пушкин, М.И.Цветаева һ.б. шиғырҙарын башҡ. теленә тәржемә иткән. Д. “Минең ғаиләм” пьесаһы — БАДТ‑ла, “Юғалтыу” — Сибай башҡорт драма театрында ҡуйыла. Д. шиғырҙарына С.Ә.Низаметдинов, Р.Р.Сәғитов, С.Р.Сәлмәнов һ.б. йырҙар ижад иткән. Ш. Бабич ис. пр. лауреаты (1998).

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: