Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

“ВЕДОМОСТИ ГОСУДАРСТВЕННОГО СОБРАНИЯ — КУРУЛТАЯ, ГЛАВЫ И ПРАВИТЕЛЬСТВА РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН”

Просмотров: 2002

“ВЕДОМОСТИ ГОСУДАРСТВЕННОГО СОБРАНИЯ — КУРУЛТАЯ,  ГЛАВЫ И ПРАВИТЕЛЬСТВА РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН” (“Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай, Башҡортостан Республикаһы Башлығы һәм Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ведомостары”), Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай, Башҡортостан Республикаһы Башлығы һәм Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең рәсми баҫмаһы. Өфөлә айына 3 тапҡыр урыҫ телендә сыға. Тиражы — 360 дананан ашыу (2015). 1992 й. алып “Ведомости Верховного Совета и Правительства Республики Башкортостан” (“Башҡортостан Республикаһы Юғары Советы һәм Хөкүмәте ведомостары”) булараҡ нәшер ителә, 1995 й. — “Ведомости Государственного Собрания, Президента и Кабинета Министров Республики Башкортостан” (“Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы, Президент һәм Министрҙар Кабинеты ведомостары”), 2003 й. авг. алып “Ведомости Государственного Собрания — Курултая, Президента и Правительства Республики Башкортостан” (“Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай, Башҡортостан Республикаһы Президенты һәм Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ведомостары”), 2015 й. башлап хәҙ. исеме м-н сыға. 4 бүлектән тора: 1‑сеһендә — БР закондары, БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай акттары, 2-сеһендә — БР Президенты указдары һәм бойороҡтары, 3-сөһөндә — БР Хөкүмәте ҡарарҙары һәм бойороҡтары, 4-сеһендә —  Конституция суды ҡарарҙары, халыҡ-ара һәм республика-ара килешеүҙәр, БР‑ҙың Үҙәк һайлау комиссияһы документтары, БР‑ҙың дәүләт власы органдарының эшмәкәрлеге т-да рәсми мәғлүмәттәр һ.б. баҫыла.

Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019