Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

“ҒИЛЕМ”

Просмотров: 1357

“ҒИЛЕМ”, нәшриәт. Ғилми учреждениеларҙың хеҙмәттәрен, фәнни журналдар сығарған, БР Фәндәр академияһы бүлектәренең эшмәкәрлеге һөҙөмтәләрен нәшер иткән. 1995 й. Өфө ҡ. Өфө фәнни үҙәгенең редакция‑нәшриәт бүлеге (1957 й. нигеҙләнгән) базаһында асыла, 2000 й. алып БР ФА филиалы, 2013 й. башлап БР Башҡорт энциклопедияһы дәүләт автономиялы фән учреждениеһы составында. Типографияһы бар (2004 й. алып). 2013 й. 10 кеше эшләгән. Нәшриәт тарафынан дөйөм тиражы 255 меңдән ашыу дана булған 1700‑ҙән ашыу китап сығарылған. Директорҙары: А.С.Хәлфин (1995 й. алып), Ф.М.Әхмәтов (1998 й. алып), Ф.С.Тәкәев (2001—13 йй.).

 Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 05.12.2022
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: