Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЗАРИПОВ Ирек Айрат улы

Просмотров: 1477

ЗАРИПОВ Ирек Айрат улы (27.3.1983, Стәрлетамаҡ ҡ.), спортсы. Биатлон һәм саңғы ярышы б-са Рәсәйҙең атҡ. спорт мастеры (2010). Стәрлетамаҡ физик культура ин-тын тамамлаған (2011). “Иҙел” спорт клубы (тренеры Ф.Н.Ғабдуллин), БР‑ҙың Юғары спорт оҫталығы әҙерләү үҙәге (А.А.Ғүмәров) тәрбиәләнеүсеһе. 12,5 км һәм ҡыуып барыу уҙыштарында Паралимпия уйындары чемп. (2010), 12,5 км һәм спринт б-са донъя чемп. (2011), дөйөм зачётта Донъя кубоктарын яулаусы (2008, 2010—11), биатлон б-са ҡыуып барыу уҙышында донъя чемпионатының көмөш призёры (2011). Паралимпия уйындарында 10 һәм 15 км уҙыштарҙа чемп., спринт б-са көмөш призёр (бөтәһе лә — 2010), 15 км уҙышта Паралимпия уйындарының көмөш призёры (2014), саңғы ярышы б-са донъя чемпионаттарында дөйөм зачётта 10 км уҙышта донъя чемп. (2011), Донъя кубоктарын яулаусы (2007—09, 2011), Рәсәй чемп. (10 тапҡыр, 2006—11), 10 һәм 15 км уҙышта көмөш (2 тапҡыр, 2009; 2011) һәм спринт б-са бронза призёры (2009, 2011). Еңел атлетика б-са 100, 200, 400, 800 м һәм 1500 м дистанцияларҙа Рәсәй чемп. (12 тапҡыр, 2006—08). Паралимпия уйындарында ҡатнашыусы (2006). Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы (2005—14). БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың 5—6‑сы саҡырылыш депутаты. 4-се дәрәжә “Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн” орд. (2010), 1‑се дәрәжә “Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн” орд. миҙалы (2014), “Башҡортостан Республикаһы алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн” (2010), Салауат Юлаев (2014) орд. м-н бүләкләнгән.

Әҙәб.: Ноғоманов Б.М. Бәхетең һинең ҡулдарҙа=Нугуманов Б.М. Счастье в твоих руках. Уфа, 2013.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 06.11.2019
Связанные темы рубрикатора: