ИЗГЕ ИХТЫЯР УЙЫНДАРЫ
ИЗГЕ ИХТЫЯР УЙЫНДАРЫ, ҡыҫҡа халыҡ‑ара ярыштар, 4 йылға 1 тапҡыр үткәрелгән. Уйындарҙың девизы: “Спортта дуҫлыҡтан — Ерҙәге тыныслыҡҡа!”. Тәүге йәйге И.и.у. — Мәскәү ҡ. (1986), ҡышҡыһы АҠШ‑та (Лейк-Плэсид ҡ., 2000) үтә. Уйындарҙа ҡатнашыусы Башҡортостан спортсылары араһында С.В.Үлмәҫова — 3000 м һәм 5000 йүгереүҙә көмөш призёр (1986); И.А.Кравчук — шайбалы хоккей буйынса турнирҙа еңеүсе (1990); Р.М.Буранғолова — марафон йүгереүе буйынса бронза призёр (1990); В.И.Таянович — ирекле стилдә йөҙөүҙә көмөш призёр (1986; 2 тапҡыр, 1990 й. — бөтәһе лә эстафетала); Т.Р.Лебедева — өсләтә һикереүҙә чемпион (2001) һәм көмөш призёр (1998). 2005 й. И.и.у. туҡтатыла.
Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

