Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЗАРИПОВ Зиннур Зарип улы

Просмотров: 1529

ЗАРИПОВ Зиннур Зарип улы [10.3.1915, Өфө губернаһы Бөрө өйәҙе Түбәнге Әлкәш а. (БР‑ҙың Дүртөйлө районы) — 11.7.1997, шул уҡ райондың Исмаил а.], Дан орденының тулы кавалеры. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1941 й. тиклем Дүртөйлө районының “Ҡыҙыл Бүләк” колхозы бригадиры, рәйесе. 1941 й. октябренән Калинин, Воронеж, Ялан, 2‑се, 1‑се һәм 4‑се Украина фронттарында 38‑се армияның 183‑сө уҡсылар дивизияһы 432‑се гаубица артиллерия полкында артиллерист-тоҫҡаусы, 1942 й. башлап 623‑сө артиллерия полкында орудие командиры булып хеҙмәт итә. Дан ордены менән З. 1944 й. мартында Винница, Чертков ҡҡ. һәм июлдә Львов ҡ., 1945 й. февралендә Струмень ҡ. (Чехословакия) өсөн барған һуғыштарҙа күрһәткән батырлығы өсөн бүләкләнә. Демобилизациянан һуң (1945) “Ҡыҙыл Бүләк” колхозы рәйесе, рәйес урынбаҫары, ферма мөдире булып эшләй. 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), 1‑се (1945), 2‑се һәм 3‑сө (1944 й. октябре һәм апреле) дәрәжә Дан ордендары менән бүләкләнгән. З. исеме Исмаил а. һәм Дүртөйлө ҡ. урамдарға бирелгән, Дүртөйлө ҡ. Хәрби Дан аллеяһында һәм Түбәнге Әлкәш а. уға һәйкәлдәр ҡуйылған.

  Әҙәб.: Казыханов В. Со стальным сердцем //Славные сыны Башкирии. Кн.5. Уфа, 1985.

Ғ.Һ.Булатов, Г.Т.Хөсәйенова

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2022