КОСТИН Яков Дмитриевич
КОСТИН Яков Дмитриевич [20.10.1917, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Баҡалы а. (БР‑ҙың Баҡалы р‑ны) — 20.9.1993, шунда уҡ], Дан орд. тулы кавалеры. 1938 й. Хәсән күле янындағы совет-япон ҡораллы бәрелешендә, Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1938 й. алып Ҡыҙыл Армияла. 1941 й. дек. башлап Резерв фронтында хеҙмәт итә. 1943 й. алып Воронеж, Ялан, Белоруссия һәм 1‑се Белоруссия фронттарында 69‑сы армия 370‑се уҡсылар див. 1234‑се уҡсылар полкы миномётсыһы. Дан орд. м‑н К. 1944 й. 18 июлендә Украина ССР‑ы Тивалы а. янындағы, 1945 й. 5—6 февр. һәм 16 апр. Фюрстенберг һәм Магдебург ҡҡ. (Германия) эргәһендәге һуғыштарҙа күрһәткән батырлығы өсөн бүләкләнә. Демобилизациянан һуң (1945) 1975 й. тиклем Баҡалы р‑нында эшләй. 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), 1‑се һәм 2‑се (1945 й. майы һәм марты), 3‑сө (1944) дәрәжә Дан орд. м‑н бүләкләнгән. К. исеме тыуған ауылындағы урамға бирелгән, ул йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.
Әҙәб.: Ш а р и п о в Х. “Добрый след оставить на земле...” //Славные сыны Башкирии. Кн.5. Уфа, 1985.
И.Ғ.Кәримова
Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев