Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МАҠТАУЛЫ ИСЕМДӘР

Просмотров: 1411

МАҠТАУЛЫ ИСЕМДӘР, БР‑ҙың граждандарҙы дәүләт төҙөлөшөндә, иҡт., соц. өлкәне, фәнде, мәҙәниәтте, сәнғәтте үҫтереүҙә, тәрбиә, уҡытыу эшендә, граждандарҙың ғүмерен, һаулығын һәм хоҡуҡтарын һаҡлауҙа респ. һәм уның күп милләтле халҡы алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн дәртләндереүҙең дәүләт наградалары м‑н бер рәттә торған юғары формаһы. М.и. юғары проф. оҫталыҡ һәм күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәт өсөн бирелә. БР‑ҙың “Башҡортостан Республикаһының дәүләт наградалары һәм маҡтаулы исемдәре тураһында” Законы (2005) тарафынан булдырыла. “Халыҡ” һәм “атҡаҙанған” тигән М.и. булдырылған. БАССР‑ҙа — 52, БР‑ҙа 43 М.и. (ҡара: табл.).

 

Башҡортостан Республикаһының маҡтаулы исемдәре

БАССР, БССР (1991 й. алып), БР‑ҙың (1992 й. алып) маҡтаулы исемдәре

Булдырылыу датаһы

Бөтөрөлөү датаһы

Халыҡ

артисы

1939 й. 22 окт.

 

табибы

2008 й. 24 июне

 

яҙыусыһы

1929 й.

 

шағиры

1939 й. 22 окт.

 

сәсәне

1944 й. 14 апр.

1990 й. 9 февр.

уҡытыусыһы

2007 й. 3 июле

 

рәссамы

1954 й. 27 нояб.

 

Атҡаҙанған

агроном

1954 й. 11 марты

1990 й. 9 февр.

артист

1939 й. 22 окт.

 

архитектор

1990 й. 9 февр.

 

ветеринар врач

1954 й. 11 марты

1990 й. 9 февр.

табип

1940 й. 23 марты

 

геолог

1980 й. 3 июне

 

сәнғәт эшмәкәре

1939 й. 22 окт.

 

фән эшмәкәре

1940 й. 25 окт.

 

фән һәм техника эшмәкәре

1940 й. 25 окт.

1990 й. 9 февр.

малсы

1972 й. 23 нояб.

1990 й. 9 февр.

ер төҙөлөшө буйынса белгес

2015 й. 2 нояб.

 

зоотехник

1954 й. 11 марты

1990 й. 9 февр.

уйлау табыусы

1975 й. 1 авг.

 

ауыл хужалығы инженеры

1979 й. 30 марты

1990 й. 9 февр.

урман белгесе

1961 й. 19 апр.

 

профессиональ‑техник белем биреү мастеры

1979 й. 25 марты

1990 й. 9 февр.

машиналар эшләүсе

1978 й. 2 нояб.

 

медицина хеҙмәткәре

1976 й. 15 нояб.

1990 й. 9 февр.

мелиоратор

1976 й. 13 сент.

1990 й. 9 февр.

металлург

1982 й. 20 февр.

 

ауыл хужалығы механизаторы

1956 й. 3 дек.

1990 й. 9 февр.

йәштәрҙең остазы

1985 й. 18 сент.

1990 й. 9 февр.

нефтсе

1965 й. 20 марты

 

халыҡҡа көнкүреш хеҙмәте күрһәтеү хеҙмәткәре

1977 й. 30 марты

1990 й. 9 февр.

торлаҡ‑коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәре

1977 й. 12 сент. һәм 2012 й. 29 февр.

1990 й. 9 февр.

һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре

1964 й. 20 июле

 

мәҙәниәт хеҙмәткәре

1964 й. 20 июле

 

урман сәнәғәте хеҙмәткәре

1983 й. 26 майы

 

мәғариф хеҙмәткәре

1990 й. 9 февр.

 

матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре

1999 й. 29 марты

 

аҙыҡ‑түлек индустрияһы хеҙмәткәре

1981 й. 23 авг.

 

ауыл хужалығы хеҙмәткәре

1980 й. 10 майы

 

халыҡты социаль яҡлау хеҙмәткәре

1990 й. 9 февр.

 

хеҙмәтләндереү өлкәһе хеҙмәткәре

1990 й. 9 февр.

 

туҡыу һәм еңел сәнәғәт хеҙмәткәре

1981 й. 25 июне

 

сауҙа хеҙмәткәре

1966 й. 30 июле

 

транспорт хеҙмәткәре

1979 й. 13 июле

 

физик культура хеҙмәткәре

1985 й. 17 сент.

 

рационализатор

1975 й.1 авг.

 

элемтәсе

1968 й. 31 ғин.

 

төҙөүсе

1960 й. 3 авг.

 

уҡытыусы

1990 й. 9 февр.

 

профессиональ‑техник белем биреү уҡытыусыһы

1978 й. 25 марты

1990 й. 9 февр.

мәктәп уҡытыусыһы

1940 й. 23 марты

1990 й. 9 февр.

химик

1967 й. 24 июле

 

рәссам

1960 й. 23 нояб.

 

шахтёр

1981 й. 20 февр.

 

эколог

2006 й. 20 майы

 

иҡтисадсы

1973 й. 14 нояб.

 

энергетик

1975 й. 26 майы

 

юрист

1980 й. 10 майы

 

 

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: