Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ИЛЕШЕВ Илдус Ғөбәйҙулла улы

Просмотров: 1927

ИЛЕШЕВ Илдус Ғөбәйҙулла улы (17.5.1957, БАССР‑ҙың Күгәрсен р‑ны Үрге Сирбай а.), политолог, дәүләт эшмәкәре. Филол. ф. канд. (1990), сәйәсәт ф. д‑ры (2000), проф. (2003). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2007). Ғ.Ш.Илешевтең улы. В.И.Ленин ис. Мәскәү пед. ин‑тын тамамлаған (1980). 1981 й. алып БДУ‑ла уҡыта. 1983—2005 йй. (өҙөклөктәр м‑н) РФА Өфө ФҮ‑лә: 1992 й. башлап сит телдәр каф. мөдире; 1997 й. алып ТТӘИ‑нең өлкән ғилми хеҙм‑ре, төп ғилми хеҙм‑ре, 2002 й. — директоры. 1994 й. башлап БР Президенты Хакимиәтенең халыҡ-ара һәм милли сәйәсәт бүлегенең баш белгесе, мөдир урынбаҫары. 1997 й. алып Вашингтонда: Вудро Вильсон ис. Халыҡ‑ара ғалимдар үҙәгенең Кеннан ин‑тында ғилми‑тикшеренеү эше алып бара, 1998—99 йй. АҠШ‑тың Тыныслыҡ ин‑тының тикшеренеүсе ғалимы. 2005 й. февраленән (өҙөклөктәр м‑н) БДУ‑ның Хоҡуҡ ин‑тында: дир. вазифаһын башҡарыусы, 2010 й. алып халыҡ‑ара хоҡуҡ һәм халыҡ-ара мөнәсәбәттәр каф. мөдире. 2005 й. мартынан БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары — БР‑ҙың мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министры. 2011 й. башлап РФ‑тың Сит ил эштәре министрлығы системаһында дипломатик эштә. Фәнни тикшеренеүҙәре халыҡ‑ара хоҡуҡ, этносәйәси конфликттар, федерализм проблемаларына һ.б. арналған. 80‑дән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Языковые права народов в европейском измерении: опыт государств-членов ОБСЕ. Уфа, 2002; Russian Federalism: Political, Legal, and Ethnolingual Aspects — A View from the Republic of Bashkortostan //Nationalities Papers. New York, 1998. Vol. 26. №4; Nation-Building and Minority Rights in Post-Soviet Russia: The Case of Bashkortostan //Democracy and Pluralism in Muslim Eurasia. London; New York, 2004.

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: