ИЖАУ
ИЖАУ, йомро, һирәгерәк яҫы төплө, оҙонса бәләкәй моронло һәм һырлы тотҡалы ағас сүмес (ҡара: Ағастан эшләнгән өй кәрәк‑ярағы). Ғәҙәттә ҡайын, һирәгерәк саған олононоң тамырға яҡын өлөшөнән йәки ороһонан эшләгәндәр, ерек ҡабығы ҡайнатмаһында буяғандар һәм май һеңдергәндәр. И. тотҡаһын семәрләп уйып (геом., үҫемлек һәм хайуандар, башлыса ҡоштар һыны), ағас сулпылар м‑н биҙәгәндәр (сылбырҙар, дүңгәләктәр; ҡара: Нәфис ағас сәнғәте). Сүместе элеү өсөн тотҡаның осонда суҡышлы ҡош башы рәүешендә бәләкәй генә суҡаҡ уйып ҡалдырғандар. Урал буйында — спираль һымаҡ фигуралар, дүңгәләктәр йәки сылбырҙар м‑н биҙәлгән селтәрле киң тотҡалы, Урал аръяғында тар тотҡалы И. таралған. Улар ғәҙәттә байрам аштары, туй йолалары һ.б. ваҡытында ҡымыҙ һәм бал м‑н һыйлау өсөн тәғәйен һауыт‑һаба комплектына ингән. Башҡортостандың урман һәм тау‑урман р‑ндарында, көнсығыш Урал аръяғында (башлыса ҡайын урмандары зонаһында) таралған.
С.Н.Шитова
Тәрж. Д.К.Үзбәков