Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

“ЗВЕЗДА”, гәзит

Просмотров: 1067

“ЗВЕЗДА” (“Йондоҙ”), ижт.‑сәйәси гәзит. Ойоштороусылары — БР‑ҙың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, БР‑ҙың «“Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто» ДУП‑ы. Ғафури р‑ны Красноусол а. аҙнаһына 2 тапҡыр урыҫ телендә сыға. 1931 й. окт. алып “Ударник хлебозаготовок” (“Иген әҙерләү ударнигы”), 1932 й. — “Ударник”, 1957 й. башлап “Еңербеҙ” гәз. (1935 й. алып башҡ. телендә сыға) м‑н берләшкәндән һуң урыҫ һәм башҡ. телдәрендә “Знамя коммунизма” һәм “Коммунизм байрағы”, 1965 й. башлап урыҫ телендә хәҙ. исеме м‑н һәм башҡ. телендә “Йондоҙ” (1991 й. алып үҙ аллы гәзит; ҡара: “Табын”) булараҡ нәшер ителә. 1962—64 йй. гәзит баҫылмай.

Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019