ЗӘҠӘТ
ЗӘҠӘТ (ғәр. — таҙарыныу), шәриғәттә мөлкәткә һәм килемгә һалынған, мосолман бурыстарының береһе тип иҫәпләнгән һалым; исламдың мотлаҡ 5 ғәмәленең береһе. Ислам дәүләттәрендә З. ябай дәүләт һалымы булып тора. З. түләү, мөлкәтте һәм килемде “таҙартып”, бәрәкәтле итә, тип һанала. Мосолман календары б‑са билдәле бер ваҡытта (йола б‑са рамаҙан айында) йылына 1 тапҡыр түләнә. Ғәҙәттә, З. йыллыҡ аҡса килеменең 2,5%‑ын, уңыштың 10%‑ын, мөлкәттең (мал, тауар һ.б.) 2,5%‑ын тәшкил итә. Йыйылған мөлкәт ҡазый ҡарамағында була һәм урындағы мосолман йәмәғәтселегенең фәҡир һәм мохтаж ағзаларына тартып бирелә. Башҡ. йәмғиәтендә З. көйләнмәгән, мәсеттәрҙе, мәктәптәрҙе һәм мосолман руханиҙарын ҡарауға тотонолған. 20 б. 90‑сы йй. башынан ҡайһы бер мосолмандар З. даими түләй. Ураҙа тамамланған көндө өлкән йәштәге мосолмандар фытырҙы байрам иткәндә (ҡара: Ураҙа байрамы) ярлыларға таратыу өсөн фытыр З. бирә.
Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина