Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ӨФӨ ХУДОЖЕСТВО МУЗЕЙЫ ДУҪТАРЫ ТҮҢӘРӘГЕ

Просмотров: 1859

ӨФӨ ХУДОЖЕСТВО МУЗЕЙЫ ДУҪТАРЫ ТҮҢӘРӘГЕ, рәссамдар, музыканттар һәм сәнғәт һөйөүселәр Ю.Ю.Блюменталь (рәйес), Ҡ.С.Дәүләткилдеев, В.А.Евладова, М.Н.Елгаштина, С.А.Примак (секретарь), А.Э.Тюлькин, А.А.Черданцев һ.б. инициативаһы б‑са 1923 й. Өфөлә ойошторола. Өфөлә йәшәүселәрҙән башҡа түңәрәктә Д.И.Архангельский (Сембер ҡ. рәссамы һәм тыуған яҡты өйрәнеүсеһе), И.Е.Бондаренко, Д.Д. Бурлюк һ.б. ағза булып тора. Һынлы сәнғәтте һәм Өфө художество музейы (ҡара: Нестеров М.В. исемендәге художество музейы) коллекцияларын пропагандалау түңәрәктең төп бурысы булып тора, эштең төп формалары — лекциялар, докладтар, һынлы сәнғәт күргәҙмәләре, муз. һәм әҙәби кисәләр. 1923 й. 17 февр. түңәрәк ағзаларының (100‑ҙән ашыу кеше ҡатнаша) беренсе йыйылышы үтә. Устав БАССР Эске эштәр ХК тарафынан 1923 й. 15 дек. раҫлана. Саралар шәхси һәм хәйриә аҡсалары иҫәбенә үткәрелә. Түңәрәк ағзалары В.Я.Брюсов, М.А.Кузьмин шиғриәтенә, А.П.Чехов һәм П.И.Чайковский ижадына арналған кисәләр, виртуоз‑спкрипкасы М.Г.Эрденконың сығышын, артист Г.А.Шебуев ҡатнашлығында романс кисәһен, урыҫ классик балеты кисәһен ойоштора; 1924 й. картиналар күргәҙмәһе үтә, унда Бурлюк, Елгаштина, В.А.Решетников, В.С.Сыромятников, Г.П. Черкашенинов һ.б. эштәре ҡуйыла; ш. уҡ йылда Елгаштина музей китапханаһы фондындағы китаптарҙан “Китап тарихы” күргәҙмәһен ойоштора. 1925 й. түңәрәк ағзалары музейҙың 5 йыллығына арналған байрамда, Архангельскийҙың линогравюралары м‑н биҙәлгән беренсе һәм берҙән-бер баҫма — “Өфө ампиры” (“Уфим‑ ский ампир”) китабын баҫып сығарыуҙа ҡатнаша. 1924—26 йй. түңәрәк музейҙың китапхана фондын үҙ аҡсаһына алған һәм Бурлюктың Американан ебәргән китаптары м‑н тулыландыра; ошо уҡ йылдарҙа музей коллекцияһы фондына Дәүләткилдеевтең “Пиондар” картинаһы килтерелә. 1926 й. түңәрәк тарҡала.

Әҙәб.: П о п о в а Л.Н. История изобразительного искусства Башкортостана. Ч.1. Уфа, 2000. Л.В.Бондаренко Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019