Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠӘҘЕРҒӘЛИЕВ Леонид Иванович

Просмотров: 1898

ҠӘҘЕРҒӘЛИЕВ Леонид Иванович [6.11.1925, БАССР‑ҙың Арғаяш кантоны Надир а. (Силәбе өлк. Ҡоншаҡ р‑ны) — 1985, Силәбе ҡ.]. Советтар Союзы Геройы (1944). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1944 й. алып 1‑се, 2‑се Украина, 1‑се Белоруссия фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 2‑се танк армияһы 16‑сы танк корпусы 107‑се танк бригадаһы автоматсыларҙың моторлаштырылған батальонының отделение ком. кесе сержант Ҡ. 1944 й. 6 мартында Украина ССР‑ы Буки а. янында Таулы Тикич й. аша сыҡҡанда күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Демобилизациянан һуң (1945) Силәбелә йәшәй һәм эшләй. Ленин (1944), 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Ҡыҙыл Йондоҙ (1944) орд. м‑н бүләкләнгән.

 Әҙәб.: Герои-освободители Черкасщины. Днепропетровск, 1980.

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.04.2023