ҠАРАҺАҠАЛ
ҠАРАҺАҠАЛ, С о л т а н г ә р ә й , Б а й б у л а т Х ә с ә н о в (ысын исеме Миңлеғол Юлаев; ? — 1749, Урта ҡаҙаҡ йөҙө), 1739—40 йй. башҡ. ихтилалы юлбашсыларының береһе [ҡара: Башҡорт ихтилалдары (1735—40)]. Нуғай даруғаһы Юрматы улусы башҡорто (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, Күсем нәҫеленә ҡараған Себер ханы). Хажи. 1740 й. башында Ҡ. баш күтәреүселәр тарафынан башҡ. ханы Солтангәрәй тип иғлан ителә. Ғин. алып Себер даруғаһы халҡын баш күтәреүселәр ғәскәренә йыя, мартта ш. уҡ даруғала Йәрмөхәмәт Хажиев, Мәндәр Ҡарабаев һәм Әләнйейәнғол Ҡотлоғужин м‑н берлектә хөкүмәткә тоғро старшиналар отрядтарына һәм Л.Я. Соймонов етәкс. хөкүмәт ғәскәрҙәренә ҡаршы, апр. Солтан Арыҫланбәков һәм Теләүкәй Олотимеров м‑н берлектә Нуғай даруғаһында, майҙан башлап Үрге Яйыҡ ҡәлғәһе (ҡара: Верхнеурал ҡәлғәһе) янында һуғыша. 23 майҙа Яйыҡ й. (ҡара: Урал) янында Ҡ. отряды Я.С.Павлуцкий һәм Языков етәкс. хөкүмәт ғәскәрҙәре м‑н алышта еңелә, 3 июндә Тубыл й. янында Павлуцкий ғәскәрҙәре м‑н һуғышта тар-мар ителә. Яраланған Ҡ. иҫән ҡалған яуҙаштары м‑н Урта ҡаҙаҡ йөҙөндә йәшеренә. Оло ҡаҙаҡ йөҙө ханы һәм Шуна исемле жунгар принцы тип иғлан ителә. Ҡараһаҡал исемен тышҡы ҡиәфәте (замандашының тасуирлауы б‑са “...буйы оҙон, бите һәм һаҡалы ҡара...”) арҡаһында ала. Уға “Ҡараһаҡал” эпосы һәм башҡ. фольклорының башҡа әҫәрҙә ре, “Ҡараһаҡал” башҡ. халыҡ маршы, Б.З.Рафиҡовтың “Ҡараһаҡал” исемле тарихи романы арналған.
Әҙәб.: Таймасов С.У. К вопросу о происхождении Карасакала //Вестник Академии наук Республики Башкортостан. 2004. Т.9. №4.
И.Ғ.Аҡманов
Тәрж. В.Х.Миһранова