ҠАПҠАТАШ, тау
1911
ҠАПҠАТАШ, тау, Баштау һыртының бейеклек б‑са 2‑се түбәһе. Белорет р‑ны Исмаҡай а. көньяҡ‑көнсығышҡа табан 6 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Абс. бейеклеге 1099 м. Түбәһе ҡаялы, таш ҡаласыҡтар бар. Битләүҙәре текә. Ландшафы ҡарағай‑ҡайын һәм ҡарағас урмандарынан тора.
Р.Ә.Хәмиҙуллин
Тәрж. А.Н.Күсеев
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Энциклопедиялар:

