Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КАБАКОВИЧ Геннадий Аркадьевич

Просмотров: 1383

КАБАКОВИЧ Геннадий Аркадьевич (29.2.1952, Гайсин ҡ. — 1.9.2019, Өфө ҡ.), социолог. Социология фәндәре докторы (1995), профессор (1998). Рига юғары хәрби авиация инженерлыҡ училищеһын тамамлаған (1978). 1979 й. алып ӨДАТУ‑ла уҡыта. 1996 й. башлап БДУ‑ла: 1998 й. алып Башҡ. эшҡыуарлыҡтың комплекслы хәүефһеҙлеге академияһы директоры, 2003—10 йй. тәрбиәүи эш һәм социаль мәсьәләләр буйынса проректор. Фәнни тикшеренеүҙәре хәрби социология, йәштәр социологияһы, уҡыу процесына яңы мәғлүмәт технологияларын индереү проблемаларына арналған.

Хеҙм.: Военное образование и национальная безопасность. СПб., 1998 (авторҙ.); Военное право. М., 1999; Правовой нигилизм молодёжи как одна из социальных проблем России. Уфа, 2010 (авторҙ.).

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 22.10.2021
Связанные темы рубрикатора: