Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

НӘФИС ҠУРСАҠ СӘНҒӘТЕ

Просмотров: 2568

НӘФИС ҠУРСАҠ СӘНҒӘТЕ, биҙәү- ҡулланма сәнғәте әйберҙәре һәм бүлеге. Н.ҡ.с. традицион ҡурсаҡ өлгөләрен заманға яраҡлаштырыу һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә. Тибы б‑са уйынсыҡ, театр, экспозицион, сувенир, интерьер ҡурсаҡтарҙы айырып йөрөтәләр. БР‑ҙың проф. биҙәү-ҡулланма сәнғәтендә Н.ҡ.с. ҡарата ҡыҙыҡһыныу 80‑се йй. аҙ. барлыҡҡа килә һәм В.Г.Кузнецова ижадына бәйле. Уның “Аксинья” (1990), “Стелла”, “Луиза” ҡурсаҡтары (икеһе лә — 1992) традицион урыҫ ҡурсаҡтарына хас булған костюмдың ҡупшылығын сағылдыра; боронғо ҡурсаҡтарҙан (ҡара: Традицион уйынсыҡтар) айырмалы рәүештә, уларҙың үҙҙәренә генә хас үҙенсәлектәрен сағылдырған, фаянстан йәки балсыҡтан әүәләнгән һәм биҙәлгән йөҙө бар. О.А.Самосюктың (“Ҡурсаҡ тотҡан Лукерья” композицияһы, 1997), В.Г.Деркачтың (“Настенька”, 2000; “Ванечка”, 2001) һәм Е.В.Осокинаның (“Маруся”, 2002; “Лёшка”, 2003) ҡурсаҡтарында ҡупшы кейемдәренә ҙур иғтибар бүленә, уларҙа экспозицион, уйынсыҡ, сувенир һәм интерьер сифаттары берләштерелә. Театр ҡурсаҡтарын Н.Ғ.Байбурин (үҙенең “Шүрәленең төнгө уйындары” пьесаһы б‑са ш. уҡ исемле спектаклгә “Маянһылыу”, “Хужа”, “Хужабикә” һ.б. ҡурсаҡтар; 1998) һәм А.С.Волков [Б.В.Щергиндың “Мөғжизәле балдаҡ” (“Волшебное кольцо”) әкиәте б‑са спектаклгә “Ванька” ҡурсағы һ.б., 1995; А.С.Фәтҡуллиндың “Хужа Насретдин” (“Ходжа Насретдин”) спектакленә “Хужа Насретдин”, “Гөлжан” һ.б. ҡурсаҡтар] эшләй. Театраль, экспозицион һәм сувенир ҡурсаҡтарҙы З.А.Сахно (“Тыуған моңдар”, 1989; “Клоун”, 1992) м‑н Т.А.Фомина (“Фәрештә”, 1991; “Һыйыр”, 1996) яһай. Тик экспозицион һәм сувенир тәғәйенләнешле ҡурсаҡ-образдар һәм ҡурсаҡ‑манекендарға ҙур әһәмиәт бирелгән тематик коллекциялар айырыуса ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра. С.Ю.Маркованың А.С.Пушкиндың 200 йыллығына арналған коллекцияһындағы ҡурсаҡ-образдар (“Эскәмйәлә”, “Баҡсала”; икеһе лә — 1999) Пушкин дәүере өсөн хас типик һынланышта һәм шарттарҙа яһалған, Л.М.Стратонованың (“Нескә тойғоло кешеләр” коллекцияһы; 2000) ҡурсаҡтары кешеләрҙең кәйефен һәм уй‑кисерештәрен сағылдыра. О.Ю.Веберҙың (“1920—30 йй. Семипалатинск губернаһы кейәүе”, 1993) һәм М.Е.Толстова‑Марышеваның (“Урыҫ костюмы”, 2001) ҡурсаҡ-манекендарында урыҫ традицион костюмы өлгөләре тәҡдим ителә. Һәр бер ҡурсаҡтың костюмы иллюстрацияланған монографик тикшеренеүҙәргә нигеҙләнеп эшләнгән. Стратонованың “Ете башҡорт һылыуҡайы” (2002) коллекцияһынан “Гөлһылыу”, “Зөлхизә” һ.б. ҡурсаҡтары тарихи музейҙар өлгөләре б‑са тегелгән һәм традицион башҡорт кейеменә хас үҙенсәлектәрҙе күрһәтә. О.В.Литвиненконың интерьер һәм сувенир ҡурсаҡтары (“Башҡорт ҡыҙы”, “Батыр”; икеһе лә — 2007) башҡ. халыҡ биҙәү- ҡулланма сәнғәте өсөн традицион кейеҙ һуғыу (ҡара: Нәфис кейеҙ сәнғәте) техникаһында башҡарылған. Ҡурсаҡтар БР‑ҙың Беренсе (1997) һәм Икенсе (2002) проф. биҙәү-ҡулланма сәнғәте күргәҙмәләрендә, “Рәссамдар ҡурсаҡ уйнай” (1997), “Автор ҡурсаҡтары” (1999), “Нәфис текстиль сәнғәте” (2007; бөтәһе лә — Өфө) һ.б. күргәҙмәләрҙә күрһәтелә. Н.ҡ.с. өлгөләре Ҡурсаҡ театры музейы (Өфө), С.В.Образцов ис. Дәүләт акад. үҙәк ҡурсаҡ театры эргәһендәге Театр ҡурсаҡтары музейы (Мәскәү), Театр ҡурсаҡтары сәнғәте музейы (Хрудим ҡ., Чехия) коллекцияларында, Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә шәхси йыйылмаларҙа һаҡлана.

Әҙәб.: Профессиональное декоративно-прикладное искусство Башкортостана: кат. 1‑й респ. выст. /авт‑сост. С.В.Евсеева. Уфа, 1997; Профессиональное декоративно- прикладное искусство Башкортостана: кат.: 2‑й респ. выст. /авт.‑сост. С.В.Игнатенко. Уфа, 2002.

С.В.Игнатенко

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

 

 

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019