ИЛЬИЧЁВ Дмитрий Андреевич
ИЛЬИЧЁВ Дмитрий Андреевич (7.11.1901, Кострома губ. — окт. 1973, Өфө), урман белгесе. А.х. ф. канд. (1949). БАССР‑ҙың атҡ. фән һәм техника эшмәкәре (1970). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Ленинград урман‑техника акад. тамамлаған (1930). 1926 й. алып Тубыл ер идаралығында, 1929 й. — Урал урман‑техника ин‑тында (Свердловск ҡ.) эшләй, 1933 й. — Башҡ‑н урман тәжрибә ст. директоры. 1934—38 йй. һәм 1944—71 йй. БАХИ‑ла: 1948 й. башлап урмансылыҡ каф. мөдире, бер үк ваҡытта 1949 й. алып урман хужалығы ф‑ты деканы, 1957—61 йй. дир. урынбаҫары. Фәнни тикшеренеүҙәре Башҡортостан шарттарында ағас төрҙәренең интродукцияһын өйрәнеүгә арналған. И. ҡатнашлығында республиканың һыу һаҡлау зоналары өсөн амур бәрхәтен, маньчжурия сәтләүеген һ.б. ҡулланып урман ултыртмалары типтары эшләнә. 18 фәнни хеҙмәт авторы. “Почёт Билдәһе” орд. м‑н бүләкләнгән.
Ә.Ф.Хәйретдинов
Тәрж. Г.А.Миһранова