ИҪӘКӘЕВ Иҫлебай Иҫәкәй улы
ИҪӘКӘЕВ Иҫлебай Иҫәкәй улы (15.5.1935, БАССР‑ҙың Краснокама р‑ны Түбән Таҡыя а. — 30.11.1998, Салехард ҡ.), агроном. а.х. ф. д‑ры (1995). Новосибирск а.х. ин‑тын тамамлағандан һуң (1965) Томск өлк. хужалыҡтарында эшләй. 1977 й. алып Ханты‑Манси а.х. тәжрибә ст.: өлкән агроном, 1978—80 йй. фермалар идарасыһы. 1983 й. башлап Ямал а.х. тәжрибә ст. өлкән ғилми хеҙм‑ре, бүлек мөдире, 1998 й. — “Ямал аграр фәне” ҒПП (икеһе лә — Салехард) директоры. Фәнни тикшеренеүҙәре Көнбайыш Себерҙең урман‑дала һәм урман‑тундра зоналарында болон үләндәренең уңыш биреүсәнлеген арттырыуҙы өйрәнеүгә арналған. 50‑нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.
Тәрж. Г.А.Миһранова