ИСЛАМОВ Фидус Әмир улы
ИСЛАМОВ Фидус Әмир улы (19.8.1946, БАССР‑ҙың Яңауыл р‑ны Костин а.), зоотехник. А.х. ф. д‑ры (2000), проф. (2001). БАХИ‑ны тамамлағандан һуң (1973) Баймаҡ тәж.‑производство хужалығында ғилми хеҙм‑р, баш зоотехник. 1986 й. алып БАССР А.х. министрлығының баш зоотехнигы, 1991 й. — БР МС‑нда баш белгес, 1994 й. — БР МК‑нда бүлек мөдире урынбаҫары, 2001 й. — Башҡ‑н АСК кадрҙарын яңынан әҙерләү һәм уларҙың квалификацияһын күтәреү ин‑ты проректоры, 2003 й. — Йоматау аграр техникумы (Өфө р‑ны) дир., 2005—15 йй. БР‑ҙың “Башплемсервис” ДУАХП‑нда төп белгес. Фәнни эшмәкәрлеге һарыҡсылыҡ һәм һөт малсылығы өлкәһендәге тикшеренеүҙәргә бәйле. И. ҡатнашлығында инә һарыҡтарҙы һәм бәрәстәрҙе айырым секцияларҙа аҫрау технологияһы эшләнә һәм БР‑ҙың а.х. индерелә. 200‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.
Хеҙм.: Содержание овец. Уфа, 1999; Содержание коз. Уфа, 2007 (авторҙ.); Племенное скотоводство Башкирии: история, современность, наука, практика. Уфа, 2017.
Тәрж. Г.А.Миһранова