ИСТАМҒОЛОВ Әмир Мираҫ улы
1415
ИСТАМҒОЛОВ Әмир Мираҫ улы (5.6.1931, БАССР‑ҙың Әбйәлил р‑ны Ярлыҡап а. — 4.08.2009, БР‑ҙың ш. уҡ р‑ны Һамар а.), Соц. Хеҙмәт Геройы (1981). 1946—92 йй. Әбйәлил р‑нының “Ҡыҙыл Башҡортостан” с‑зында эшләй (1949 й. алып механизатор). Етештереүҙә юғары күрһәткестәргә өлгәшкән: иген культуралары уңдырышлылығы — 25 ц/га, һуғып алынған иген күләме 1562,4 т тәшкил иткән (1980). Ленин (1981), Окт. Революцияһы (1975), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1966) орд. м‑н бүләкләнгән.
И.Ғ.Кәримова
Тәрж. Г.А.Миһранова
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Энциклопедиялар: