Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ИНЙӘР ТЕШТӘРЕ

Просмотров: 1842

ИНЙӘР ТЕШТӘРЕ, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралындағы һырт. Белорет р‑ны буйлап Оло Инйәр һәм Тирлән йй. араһында төньяҡ-көнсығыштан көньяҡ‑көнбайышҡа табан субмеридиональ йүнәлештә һуҙылған. Оҙонлоғо 10 км, төньяҡ өлөшөнөң киңлеге яҡынса 2 км, көньяҡ өлөшө — яҡынса 3 км, абс. бейеклеге 116 км. Рельефы ҡатмарлы. Асыҡ күренгән 3 өлөштән тора: 150 м яҡын тәрәнлектәге билән м‑н бүленгән көньяҡ‑көнсығыш һәм көньяҡ-көнбайыш, төньяҡ. Тау битләүҙәре тигеҙ (ауышлыҡ — 25—30°), көньяҡ‑көнсығыш өлөшөндә текә (ауышлыҡ — 70° ашыу). Ҡырасында тигеҙһеҙ ашалыу һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән тештәр бар. Урта рифейҙың егәлгә свитаһы кварциттарынан һәм кварцитлы ҡомташтарынан тора. Ландшафтарҙың бейеклек бүлкәтлеге беленә: шыршы һәм аҡ шыршы урмандары һирәк ағаслыҡ- тар һәм бейек тау болондары м‑н алмашына, уларҙан өҫтәрәк тау тундралары урынлашҡан.

И.М.Япаров

Тәрж. И.М.Япаров

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019