Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КАЛЬЦИНИРЛАНҒАН СОДА

Просмотров: 1565

КАЛЬЦИНИРЛАНҒАН СОДА, натрий карбонаты, Na2CO3. tиреү853°С, тығыҙлығы 2533 кг/м3 булған аҡ кристалдар, һыуҙа эрей, дымды еңел һеңдерә, асыҡ һауала натрий гидрокарбонаты барлыҡҡа килтереп дымды һәм углерод диоксидын йота. Көслө һәм көсһөҙ кислоталар м‑н углекислый газ сығарып тәьҫир итешә. Башҡ‑нда К.с. сығарыу өсөн байтаҡ сеймал һаҡламдары бар (ҡара: Эзбизташ, Таш тоҙ). Сольве ысулы м‑н (углерод диоксиды һәм аммиактың һыуҙағы туйынған хлорид эретмәһе м‑н тәьҫир итешеүенән һуң барлыҡҡа килгән натрий гидрокарбонатын ҡыҙҙырыу) К.с. етештереү 1951 й. Стәрлетамаҡ сода з‑дында (ҡара: “Сода”) үҙләштерелә. А (гранула рәүешендә) һәм Б (онтаҡ рәүешендә) маркалы К.с. сығарыла. Каустик сода, быяла, синтетик йыуыу саралары етештереү, целлюлоза ҡайнатыу, нефть продукттарын таҙартҡанда әсе компоненттарҙы нейтралләштереү, пигменттар алыу өсөн ҡулланыла. К.с. сығарыу күләме (мең т): 1990 й. — 1854, 2000 й. — 1303, 2005 й. — 1440, 2008 й. — 1680 тәшкил иткән.

Н.В.Давиденко

Тәрж Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: