Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КАБЕЛЬ ТЕЛЕВИДЕНИЕҺЫ

Просмотров: 1485

КАБЕЛЬ ТЕЛЕВИДЕНИЕҺЫ, телевизион сигналды ҡабул иткән, эшкәртеүҙе һәм элемтә кабеле линиялары б‑са абонентҡа еткереүҙе тәьмин иткән техник саралар комплексы. Сигнал К.т. төп станцияһынан эре бүлеү пункттарына (узелдарына) тиклем оптик кабель б‑са тапшырыла, унан һуң электрон формаға әйләндерелә һәм ҡулланыусыға коаксиаль бүлеү селтәре б‑са еткерелә. Күп ҡатлы ҡала төҙөлөшө шарттарында К.т. селтәре күп телевизион канал тапшырыуҙың иң һөҙөмтәле ысулы булып тора, ҡамасаулаусы сығанаҡтар (индустриаль, көнкүреш һ.б.) уға тәьҫир итмәй. Хәҙ. К.т. системалары сүслеоптик элемтә линияларын, махсус оптоэлектрон ҡорамалдарҙы, телевизион сигналды бүлеүҙең гибрид схемаларын файҙалана. Бер телекоммуникация мөхите төрлө мәғлүмәтте кире йүнәлештә (абоненттан К.т. төп станциялары яғына) тапшырырға һәм ҙур тиҙлекле Интернет, IP‑телефония, һаҡлау‑янғын сигнализацияһы һ.б. төр хеҙмәттәрҙе ойошторорға мөмкинлек бирә. 1992 й. Өфөлә “Кристалл” ААЙ‑ның беренсе К.т. селтәрҙәре проектлана, төҙөлә һәм хеҙмәтләндереүгә тапшырыла, К.т. хеҙмәте Өфөлә йәшәгәндәргә ш. уҡ “Башинформсвязь” (2004 й. алып), “Уфанет” (2005 й. алып) ААЙ‑лары һ.б. ярҙамында бирелә. Респ. б‑са К.т. ҙур селтәрҙәре Салауат (“Телеконтур” ЯСЙ), Октябрьский ҡҡ. (“СКаТ” ЯСЙ) һб. бар. 

А.Х.Солтанов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: