“НАЛОГОВЫЙ ВЕСТНИК", гәзит
1274
“НАЛОГОВЫЙ ВЕСТНИК” (“Һалым хәбәрҙәре”), аҙналыҡ гәзит. Ойоштороусыһы — РФ Федераль һалым хеҙмәтенең БР б‑са идаралығы, нәшер итеүсеһе — “Аҡ Иҙел Пресс” ЯАЙ. 1995 й. нояб. алып Өфөлә айына 2 тапҡыр урыҫ телендә сыға. Тиражы 2,5 мең дана (2015). Гәзиттә һалым ҡануниәте, бухгалтер иҫәбе, һалымды планлаштырыу, суд‑арбитраж практикаһы б-са мәҡәләләр баҫыла. Рубрикалары: “Һалым иҫәбе”, “Арбитраж практикаһы”, “Закон сығарыу инициативалары”, “Бухгалтер календары”, “Яңылыҡтар”, “Ваҡиғалар һәм фекерҙәр”, “Рәсми документтар”. 2006 й. нәшер ителмәй. 2004 й. алып ш. уҡ гәз. электрон версияһы сығарыла.
Р.А.Ковалёв
Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Энциклопедиялар: