НЕФЁДОВА Тамара Ивановна
1971
НЕФЁДОВА Тамара Ивановна (26.1. 1951, Чита өлк. Хадабулаҡ ҡсб — 28.10.2005, Өфө), журналист. БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (2001). Журналистар союзы (1978), Рәссамдар союзы (1995) ағзаһы. БДУ‑ны (1972), Мәскәү полиграфия ин‑тын (1986) тамамлаған. 1973 й. алып “Вечерняя Уфа” гәз. хеҙм‑ре (2002 й. — бүлек мөдире). “Изге Виттыңбейеүе” (“Пляска святого Витта”; 1992), “Каруанһарай” (“Гостиный двор”; 1999), “Мариинка” (2000) китаптары һәм төбәкте өйрәнеү б‑са мәҡәләләр циклы авторы. Ш.Хоҙайбирҙин ис. пр. лауреаты (2005).
Т.В.Барабаш
Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Энциклопедиялар: