“ОКТЯБРЬ”, гәзит
“ОКТЯБРЬ”, ижт.‑сәйәси гәзит. Ойоштороусылары — БР‑ҙың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, БР‑ҙың «“Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто» ДУП-ы. Миәкә р-нының Ҡырғыҙ-Миәкә а. аҙнаһына 2 тапҡыр урыҫ, башҡ. (“Аҡмулла төйәге”) һәм татар (“Безнең дәвер” — “Беҙҙең дәүер”) телдәрендә сыға. 1932 й. ғин. башлап татар телендә “Баҫыу ударнигы” исеме аҫтында нәшер ителә, 1957 й. “За высокий урожай” (“Юғары уңыш өсөн”; 1938 й. башлап урыҫ телендә нәшер ителә; 1942 й. тиклем “Ленинский путь” — “Ленин юлы” исеме м‑н сыға, 1943—44 йй. нәшер ителмәй) гәз. м‑н берләштерелә һәм урыҫ, татар телдәрендә “Ленинское знамя” (“Ленин байрағы”) исеме аҫтында, 1965 й. башлап “О.”, 1990 й. — ш. уҡ исемдә башҡорт телендә; 2006 й. хәҙ. исемдә башҡ. һәм татар телдәрендә нәшер ителә. 1963—65 йй. нәшер ителмәй.
М.Х.Әминев
Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов